Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
24 Ноябрь , 23:45

“Алтын скальпель” - берҙәм хеҙмәт емеше

Республиканың иң яҡшы хирургы тип Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының беренсе хирургия бүлексәһе мөдире Илдар Сәлимгәрәев танылды.

“Алтын скальпель” - берҙәм хеҙмәт емеше

Өфөлә “Алтын скальпель” премияһын алғандарҙы ҡотланылар.

Республиканың иң яҡшы хирургы тип Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының беренсе хирургия бүлексәһе мөдире Илдар Сәлимгәрәев танылды. Был юғары награда уға үт ташы сиренән һуң барлыҡҡа килгән ҡатмарлыҡтарҙан һуң бауырҙың үт юлына реконструктив операция өсөн тапшырылды. Табип һүҙҙәренә ҡарағанда, пациент медицина хеҙмәткәрҙәренә һуң мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтәлә хәле ҡатмарлашҡан. Ауырыуға йәшәгән урынында дауалауҙың беренсе этабы үткәрелгән. Аҙаҡ санавиация менән Өфөгә килтергәндәр. Унда планлы операция үткәрелгән. Үт юлына зыян килтереү мөмкинлеге операцияны ҡатмарлаштырған. Илдар Сәлимгәрәев һүҙҙәренә ҡарағанда, “Алтын скальпель” премияһы – уның коллегаларының һәм уҡытыусыларының хеҙмәтен дә баһалау ул.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн республикалағы ковид госпитале табиптары ла ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡаһарманлығы, фиҙакәр хеҙмәте өсөн юғары наградаға лайыҡ булған. Пандемияға ҡарамаҫтан, табиптар фәнни эшмәкәрлекте лә туҡтатмай. Шулай уҡ иң яҡшы доклад, йәш хирургтарҙың иң яҡшы эшләнмәләре һәм иң яҡшы монография номинацияларында еңеүселәрҙе лә билдәләнеләр. Наградлау тантанаһы Рәсәй хирургы көнө айҡанлы үткәрелгән төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияға ярашлы ойошторолдо.

Фото: russia24.pro

Автор:Ильнара   Хакимова