Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
22 Ноябрь 2021, 18:34

“Кислородһыҙ шым ғына шиңәһең...”

Дауаханаға һалдылар. Әгәр улар ваҡытында дауаламаһа, яҡты донъя менән хушлашыр инем, моғайын...  

“Кислородһыҙ шым ғына шиңәһең...”
“Кислородһыҙ шым ғына шиңәһең...”

Ике йыл инде “коронавирус инфекцияһы” тип йәшәйбеҙ, дөрөҫөрәге көн күрәбеҙ. Ошо ауырыу тип, һәр кем бер-береһе менән иркенләп аралаша ла алмай, исмаһам. Бигерәк тә оло йәштәгеләрҙе, яҡындарыбыҙҙы сирләтеп ҡуймайыҡ, тип хафаланабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “COVID-19” менән ауырығандар, хатта ғүмере өҙөлгәндәр даими теркәлә бара. Бөөгөн, мәҫәлән, бер тәүлектә 30 кеше ошо ауырыуҙан вафат булған. 108 кеше - ауыр хәлдә, ИВЛ-ға 11 кеше тоташтырылған. Барлығы 101004 кеше ауырыған. Үткән тәүлектә тағы 675 кешенең COVID-19 менән сирләүе асыҡланған. Барлығы ете меңдән ашыу кеше амбулаторияларҙа дауаланһа, стационарҙа 637 кеше ята, уларҙың 113-ө ауыр хәлдә.

Коронавирус инфекцияһынан прививканың беренсе компонентын 1890939 кеше яһатҡан. Һуңғы бер тәүлектә 12 мең тирәһе кеше прививка эшләткән.

Коронавирус инфекцияһының сәләмәтлегебеҙгә хәүеф янауы хаҡында һис оноторға ярамай. Унан прививка яһатыу кәрәклеген дә хәтерҙән сығармайыҡ. Ә бына ковид менән сирләгәндәр нимә тип һөйләй һуң?

- Бер ай ярым элек тажзәхмәт, 40 процентлы пневмония менән ауырыным. Әле тән температураһы юҡ, тик бына тирләп барам. Был, әлбиттә, миңә ҡамасаулай, - ти урта йәштәрҙәге бер таныш ҡатын.

- Ай элек ныҡ ҡына ауырыным, әле лә тамаҡ ауыртыуы ҡалды, - ти икенсе бер танышым.

 - Ковид менән ауырығандан һуң үпкәм, арҡам, башым ауырта. 37-се көн инде болничныйҙа булғаныма, - ти өсөнсөһө.

- Бик ҡурҡыныс инфекция, кислородһыҙ шым ғына шиңәһең. Аҙаҡҡа тиклем үҙем дауаланырға тырыштым, тик бер нәмә лә килеп сыҡманы. Дауаханаға һалдылар. Әгәр улар ваҡытында дауаламаһа, яҡты донъя менән хушлашыр инем, моғайын, - ти йәше 40-ҡа ла етмәгән ҡатын. – Дауаханаға һалғастар, йәшәүгә өмөт уянды. Тик бына был әшәке сирҙең эҙемтәһе – йөрәк элекке ҡеүәтенә эшләмәй, хәл дә самалы. Шуға коронавирус инфекцияһынан прививка яһатырға һәм үҙеңде, яҡындарыңды һаҡларға кәрәк.

Тағы үҙеңдең һәм яҡындарыңдың коронавирус инфекцияһынан һаҡлау өсөн табиптар әйткән барлыҡ талаптарҙы үтәү зарур. Сирҙе үткәргәндәр  ковидты эләктереүе бик еңел булһа ла, уны дауалауы, эҙемтәләрен бөтөрөүе бик ауыр, - ти.

Фото: rg.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: