Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
21 Ноябрь 2021, 14:12

Мандарин миҙгеле башлана

Мандариндың дауалау үҙенсәлеге тураһында күптән билдәле. Күҙәнәкле туҡымаларға бай, унда С, Д, К витаминдары, башҡа файҙалы микроэлементтар күп. Ә бына уның ҡабығының файҙаһы тураһында беләһегеҙме?  

Мандарин миҙгеле башлана
Мандарин миҙгеле башлана
Мандариндың дауалау үҙенсәлеге тураһында күптән билдәле. Күҙәнәкле туҡымаларға бай, унда С, Д, К витаминдары, башҡа файҙалы микроэлементтар күп. Ә бына уның ҡабығының файҙаһы тураһында беләһегеҙме?
 
Беренсенән, уны киптереп, онтап, сәйгә ҡушырға йәки үҙен сәй итеп эсергә мөмкин. Тәмле, хуш еҫле эсемлек кенә түгел, ә вируслы, инфекциялы, һыуыҡ тейеп ауырыусыларға килешә, иҫкәртеүсе сара ла булып тора. Был сәй шулай уҡ аппетитты күтәрә, даими эскәндә диабет менән сирләүселәрҙең шәкәрен төшөрә, аш һеңдереү системаһын көйләй. Иммунитетты нығыта. Мандарин ҡабығындағы эфир майҙары баш ауыртҡанда, стрестан дауа.
 
Икенсенән, ҡабыҡтан эшләнгән оно кулинарияла ла уңышлы ҡулланыла. Аш-һыу бешергәндә бик яҡшы тәмләткес тә була ала ул.
 
Мандарин ҡабығы онтағын косметик сара итеп тә ҡулланырға була. Ваҡ ҡына туралған ҡабыҡҡа һыуыҡ һыу ҡойоп, бер тәүлек төнәтеп, һөҙәбеҙ. Битте таҙартыу өсөн яҡшы лосьон килеп сыға. Шулай уҡ һыуҙы туңдырып та ҡулланырға мөмкин. Ул битте таҙарта, файҙалы матдәләр менән туйындыра.
 
Тағы ул кейем-һалымды көйә күбәләгенән һаҡлау сараһы булараҡ та билдәле. Бының өсөн кипкән ҡабыҡты шкафҡа һалып ҡуйырға кәрәк. Өй гөлдәренә төнәтмәһен һибеп тороу бик килешә, уның еҫе төрлө ҡоротҡостарҙы өркөтә.
Быяла һауытҡа кипкән ҡабыҡтарын һалып ҡуйһағыҙ, өйҙәге һауа таҙара, хуш еҫ менән тулылана. Балалар өсөн төрлө ҡул эштәрендә ҡулланырға мөмкин.
Бына шуның өсөн мандарин ҡабығын ташларға ашыҡмағыҙ, файҙаһын күрегеҙ!
 
Фото:floweryvale.ru
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас: