Даирә
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
13 Ноябрь 2021, 13:17

Башҡортостан сода компанияһында ковид-госпиталдәрҙе кислород менән тәьмин итеү өсөн кислород станцияһы эшләй башланы

Уның ярҙамында республика кислородҡа булған ихтыяждың өстән бер өлөшөн үҙ аллы тәьмин итә.

Башҡортостан сода компанияһында ковид-госпиталдәрҙе кислород менән тәьмин итеү өсөн кислород станцияһы эшләй башланы
Башҡортостан сода компанияһында ковид-госпиталдәрҙе кислород менән тәьмин итеү өсөн кислород станцияһы эшләй башланы

Башҡортостанда БСК базаһында ковид-госпиталдәрҙе кислород менән тәьмин итеү өсөн кислород станцияһы эшләй башланы. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Октябрҙә беҙҙең госпиталдәрҙә кислород менән драматик хәл килеп тыуҙы, беҙ дауаханалар һәм йоғошло сирҙәр госпиталдәре өсөн кәрәкле кислородтың һәр килограмын иҫәпләй инек. Сәғәт һайын тиерлек кислородты сарыф итеүҙе тикшереп торҙоҡ, сөнки дауаханаларҙа өҙөклөккә юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ. Яңы тәьмин итеү сығанаҡтарын эҙләнек. Беҙҙең үтенескә тәүгеләрҙән булып Башҡортостан сода компанияһы яуап бирҙе һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә предприятиела кислород станцияһы эшләй башланы», – тип яҙҙы ул.

Уның һүҙҙәренсә, хәҙер республика кислородҡа булған ихтыяждың өстән бер өлөшөн үҙ аллы тәьмин итә.

Президенттың Башҡортостан сода компанияһының контроль пакетын республикаға тапшырыу тураһында ҡарары оло әһәмиәткә эйә булды, тип өҫтәне Радий Хәбиров.

«Беренсенән, был ғәҙел, икенсенән, бик мөһим, сөнки республиканың һәм халыҡтың ышаныслы таянысы барлыҡҡа килде. Коллегаларға рәхмәт, артабан эшләйбеҙ. Ғөмүмән, был Башҡортостан сода компанияһының һәм республикабыҙҙың берлектәге ҙур пландарының бер өлөшө генә», - тип уртаҡлашты Радий Хәбиров.
Автор:Ильнара   Хакимова
Читайте нас: