Даирә
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Ноябрь 2021, 14:04

Прививка яһатмағандарға нимә тыйыла?

18 декабрҙән эш биреүсе прививка яһатмағандарҙы эштән ситләтергә һәм эш хаҡы түләмәҫкә хоҡуҡлы.

Прививка яһатмағандарға нимә тыйыла?
Прививка яһатмағандарға нимә тыйыла?

Республикала  коронавирусҡа ҡаршы  яңы сикләүҙәр көсөнә инде. Аңлайышлы булһын өсөн беҙ уларҙың барыһын да бергә йыйҙыҡ. ”Документтар” тигән һүҙ аҫтында түбәндәге өс белешмәне күҙ уңында тотабыҙ: сертификат йәки вакцина яһатҡан кешенең QR-коды; ярты йыл эсендә сирҙе кисереүе тураһында белешмә; вакцина яһатыуға ҡаршы табип күрһәтмәһе һәм өс көн эсендә яһатылған ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһе.

Хәҙер майҙаны мең квадрат майҙандан ашҡан гипермаркеттарға ингәндә өс документтың береһен күрһәтергә кәрәк. Һаҡсыларҙың һеҙҙән паспортығыҙҙы йәки шәхесегеҙҙе раҫлаған документты күрһәтеүҙе һорарға хоҡуғы бар.  Документты уларҙың ҡулына бирмәйенсә генә күрһәтергә мөмкин.Балалар  өсөн уйын бүлмәләре һәм күңел асыу үҙәктәре эше әлегә туҡтатылды.

50-нән ашыу урынлыҡ кафе һәм ресторандарға ингәндә  лә документтарҙы күрһәтергә кәрәк.

Матурлыҡ салондары, косметика, СПА һәм массаж салондары,  солярий, мунса, сауна, физкультура–һауыҡтырыу  комплекстары, фитнес-клубтар һәм бассейндар һеҙҙе документтарығыҙ булғанда ғына индерергә тейеш. Тәртипте боҙоусыларға ҙур штрафтар ҡаралған, хатта объекттарҙы  90 көнгә ябып ҡуйыуҙары мөмкин.  

1 декабрҙән шифаханаларға, профилакторийҙарға, ял йорттарына барғанда документтарҙы  күрһәтергә кәрәк буласаҡ.

18 ноябрҙән баш санитар табиптың мотлаҡ вакцина яһатыу тураһындағы талаптары көсөнә инә. Ә 18 декабрҙән эш биреүсе прививка яһатмағандарҙы эштән ситләтергә һәм эш хаҡы түләмәҫкә хоҡуҡлы. РФ Хеҙмәт кодексының 76-сы статьяһында шулай тип яҙылған.

Кеше коронавирустан вакцина яһатҡан осраҡта уны ике көнгә эштән азат итеү һәм тулы эш хаҡын түләү тәҡдим ителә. Октябрь аҙағынан прививка яһатмаған 60 йәштән өлкән һәм хроник сирле  хеҙмәткәрҙәрҙе дистанцияла эшләүгә күсерергә ҡушылды.

Башҡа илдәрҙән ҡайтҡан прививка яһатмаған кешеләр ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһен алғанға ҡәҙәр ҡурсаланыу режимын һаҡларға тейеш.

30 кеше ҡатнашлығында үткән спорт, мәҙәни, эшлекле, күңел-асыу сараларын күсереү тәҡдим ителә.  Ҡала-ара автобустарға һәм “Орлан” поезына документтарһыҙ билет алып булмаясаҡ.

Дәүләт учреждениеларында дөйөм санитар-эпидемиологик талаптар һаҡлана, битлек кейеү тәртибе, дистанция, йоғошһоҙландырыу саралары үткәрелергә тейеш.

Фото:m.progorod62.ru

Автор:Дина Арсланова
 
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас: