Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Ноябрь 2021, 21:03

Ковидтан үҙ белдегең менән дауаланма

Коронавирус менән ауырығанда үҙ белдегең менән дарыу эсеү хәүефле. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова ковид менән сирләгән саҡта бөтә препараттарҙың да тик медицина күрһәткестәре буйынса һәм табип тарафынан тәғәйенләнергә тейешлеген билдәләй.

Ковидтан үҙ белдегең менән дауаланма
Ковидтан үҙ белдегең менән дауаланма

Коронавирус менән ауырығанда үҙ белдегең менән дарыу эсеү хәүефле. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова ковид менән сирләгән саҡта бөтә препараттарҙың да тик медицина күрһәткестәре буйынса һәм табип тарафынан тәғәйенләнергә тейешлеген билдәләй.

“Бактерияларға ҡаршы биш төркөм препараттар бар. Һәр антибиотик бактерияларҙың билдәле бер спектрына йоғонто яһай һәм вирустарға тәьҫир итмәй. Коронавирус инфекцияһынан дауалай башлаған саҡта антибиотик билдәләнмәй. Ҡағиҙә булараҡ, ул өҫкө һулыш ағзаларының хроник сирҙәре киҫкенләшкәндә тәғәйенләнә”, – тип әйтеп үтте министр урынбаҫары.

“Ковидтан дауаланғанда гормональ препараттар системалы киҫкен ялҡынһыныу реакцияһы осорон үткәреү өсөн ҡулланыла”, – тип аңлатып китте ул.

“Бындай реакция бөтәһендә лә барлыҡҡа килмәй. Пациенттарҙың 70 процентында коронавирус инфекцияһы еңел үтә. Гормондар бәләкәй курс менән, пациенттың кәүҙә ауырлығына ҡарап, схема буйынса, күҙәнәктәр мембраналарын тотороҡландырыу өсөн тәғәйенләнә. Уларҙы үҙеңә үҙ белдегең менән билдәләргә ярамай. Гормондарҙың кире тәьҫире лә булыуы ихтимал – ашҡаҙан һәм эсәктәрҙең лайлалы тышсаһы зарарланырға, ҡанарға мөмкин”, – тип иҫкәртә Ирина Кононова.

Ҡан ҡуйырыуға ҡаршы препараттарға килгәндә, улар сир уртаса ауырлыҡта үткәндә һәм ауырыуҙарҙың температураһы оҙаҡ төшмәйенсә, ҡаны ҡуйырғанда файҙаланыла.

“Өйҙә дауаланыусы сырхауҙарға күп эсергә кәңәш ителә. Һыу организмдың ағыуланыуын кәметә, сөнки вирус тир, бәүел, ҡаҡырыҡ менән сыға. Антикоагулянттарҙы һис кенә лә баш-баштаҡланып үҙ аллы эсергә ярамай. Әгәр кеше, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре булып, даими рәүештә антиагреганттар, аспирин кеүек дарыуҙар ҡабул итә икән, был турала дауалаусы табипҡа әйтергә кәрәк”, – тип кәңәш итә министр урынбаҫары.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
 
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас: