Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
10 Ноябрь 2021, 14:23

Төркиәлә ял итәм тип...

Ғаилә тиҙ генә тыуған яғына ҡайтырға хәл итеп, юлға йыйынып сыға. Тик шул саҡ...Тулы текст сайтта:

Стәрлетамаҡтан Дмитрий Япрынцев ҡатыны менән Төркиәлә ял иткәндең бишенсе көнөнә йүткерә башлай. Ғаилә тиҙ генә тыуған яғына ҡайтырға хәл итеп, юлға йыйынып сыға. Тик аэропортҡа юлда Дмитрийҙың хәле ауырлаша, "Ашығыс ярҙам" саҡыртырға тура килә. Унда ир өс тапҡыр иҫтән яҙа, табиптар ҡотҡарып ҡала.

Дмитрий дауаханала баштан уҡ "ҡыҙыл зона"ға һалына. Бер нисә көн ул ҡатыны менән телефондан һөйләшеп, фотолар ебәреп ята. Ә 28 сентябрҙә комаға китә. Был халәтенән сирлене егерменсе көндә генә сығарыуға өлгәшәләр. Ир һөйләшә, тамағына ашай башлаған, тик яңынан хәле ауырлашҡан.

Ҡатынының һүҙҙәренә ҡарағанда, Дмитрийға шешенеүгә килтергән ике яҡлы пневмония тигән диагноз ҡуйылған, тәүҙә ковид тураһында һүҙ булмаған, тик һуңғы көндәрҙә генә коронавирус булыуы билдәләнгән. 2 ноябрҙә ирҙең үпкәһенә операция яһағандар. Хәҙер ул үҙаллы тын ала алмай, ҡиммәтле иммун препараттары кәрәк. 

Дмитрийҙы тыуған яҡҡа ҡайтарыу тураһында уйлайҙар. Ә был эш, берҙән, ғаиләгә ҡыйбатҡа төшә, икенсенән, сирленең һаулығына хәүеф менән янай, тиелә bash.news биргән мәғлүмәттә.

Сығанаҡ: bash.news

Фото: bash.news

Автор:Аклима Гизатуллина
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-11-09/t-rki-l-yal-it-m-tip-2576818?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: