Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
6 Ноябрь 2021, 09:49

Организмды нисек таҙартырға?

Был йәһәттән ябай һәм һөҙөмтә бирерлек рецептар тәҡдим итәбеҙ. Сәләмәт булайыҡ, үҙебеҙҙе һаҡлайыҡ!

Организмды нисек таҙартырға?
Организмды нисек таҙартырға?

Организмды өй шарттарында таҙартыу саралары етерлек. Ошо йәһәттән бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.

1. Дөгө ярмаһы ярҙамында. Был сара ябай һәм еңел, ә һөҙөмтәһе ҙур. Өс ҡалаҡ дөгөгә бер литр һыу ҡойоп, төнгөлөккә ҡалдырабыҙ. Иртән иҫке һыуҙы түгеп, яңыны ҡоябыҙ һәм биш минут ҡайнатып алабыҙ. Шунан һыуҙы түгеп, дөгөнө йыуырға ла, тағы һыу ҡойоп, биш минут ҡайнатырға. Шулай йәнә ике тапҡыр ҡабатларға. Дүртенсегә дөгөнө бешергәс, уны йылы килеш ашарға кәрәк. Аҙағынан өс сәғәт дауамында башҡа аҙыҡ, эсемлек ҡабул итмәҫкә. Үтә күренмәле булып ҡалған дөгө был осраҡта бик шәп дауалау сараһына әйләнә - организмдағы тоҙҙарҙы күпләп тышҡа сығара. Артабан иһә ғәҙәттәгесә туҡланабыҙ. Рационға шулай уҡ кипкән емештәр индереү яҡшы. Уларҙы ошолай әҙерләп ҡулланырға була: күрәгә, йөҙөм, ҡара сливаны ит турағыстан үткәреп, ярты лимондың һутын һәм бал өҫтәргә. Уны көндөң икенсе яртыһында берәр ҡалаҡ ашарға, артығын һыуытҡыста һаҡларға. Бындай дауаланыу ун көн дауам итә.

2.Ҡарабойҙай - кефир диетаһы. Был да бик һөҙөмтәле таҙарыныу сараһы. Төнгөлөккә ике ҡалаҡ ваҡланған ярманы бер стакан кефир менән бутап ҡуйырға ла, иртән шуны ашарға һәм ике-өс сәғәт башҡа нәмә ҡапмай түҙергә. Биш көн ҡабатланған ошондай диета организмдағы тоҙҙарҙы сығара, ябыҡтыра ла.

3. Емеш-еләк менән таҙарыныу. Цитрустар - әфлисун һәм лимон коктейле (бер стакан әфлисун һутына ярты стакан лимон һуты алына) организмда тупланған тоҙҙарҙан арынырға ярҙам итә ала. Һутты кис эсергә кәрәк. Шулай иткәндә, организмдағы елһенеү баҫыла һәм ҡан тамырҙары таҙара. Әфлисунды ҡара ҡарағат менән алмаштырырға ла була.

Был сараларҙы ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Фото: all-dieta.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
 
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас: