Әле һатыуҙа хөрмә емешенең төрлө сорттары бар. Көҙгө ҡояшһыҙ көндәрҙә сағыу төҫлө, наҙлы һәм татлы был емеш күңелде күтәреп ебәрә. Калий, магний, каротин, тимер, натрий, фруктоза, глюкоза, А, С, Р витаминдарына мул хөрмә нервы күҙәнәктәрен, ҡан тамырҙарын нығыта, аш һеңдереүҙе яҡшырта, бөйөргә таш ултырыуын тотҡарлай, кәйефте лә күтәрә. Йодҡа байлығы уны ҡалҡан биҙе өсөн файҙалы итә, ә антиоксиданттар буйынса ул йәшел сәйҙән һис тә ҡалышмай.
Хөрмәлә кислоталар әҙ һәм шуға ла уны ашҡаҙан йәрәхәте, бөйөр, бауыр ауырыуҙары ваҡытында ҡурҡмайынса ашарға була. Кардиологтар ҙа был емеш менән һыйланырға ҡуша. Ул йөрәк насар эшләгәндә организмдан артыҡ һыуҙы сығарырға булышлыҡ итә, атеросклерозға ҡаршы профилактика сараһы булып тора. Нервы системаһына яҡшы тәьҫир итә, уның эшмәкәрлеген яҡшырта.