Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Ноябрь 2021, 18:30

Батшалар эсемлеге

Хуш еҫле, иҫ киткес тәмле әлеге эсемлекте батшалар эсемлеге тип йөрөтәләр. Нимәһе менән файҙалы һуң? Шәреҡ медицинаһында ул барлыҡ ауырыуҙарға ла дауа булып иҫәпләнә – тынысландыра, ҡан баҫымын көйләй, иммун системаһын нығыта, унда антиоксиданттар бар, холестеринды кәметә. Шәреҡ табибтары, эсемлек йөрәк, бауыр, ашҡаҙан ауырыуҙары менән интегеүселәр өсөн файҙалы, тип иҫәпләй. Ябығырға теләүселәргә лә файҙаһы тейә. Әммә ҡан баҫымы түбән булғандарға, аллергия менән интегеүселәр өсөн, язва булған осраҡтарҙа был эсемлек тыйыла. 

Батшалар эсемлеге
Батшалар эсемлеге

Кәрәк:

* 1 л һыу;

* 2 аш ҡалағы каркаде;

* ярты лимон;

* 4 аш ҡалағы шәкә ҡомо (бал менән алыштырһағыҙ ҙа була);

* бер семтем тоҙ;

* 1 таяҡсыҡ корица;

* 5 ҡәнәфер сәскәһе бөртөгө.

Эш барышы:

  1. Һауытҡа һыу ағыҙып, шунда ҡәнәфер таҗдарын, корицаҡушып, утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас,  һүрән утта 5 минут ҡайнатабыҙ.

  2. Һуңынан кәстрүлне уттан алып, 2 аш ҡалағы каркаде, 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, ярты лимон ҡабығын ыуғыстан ыуып (цедра) өҫтәйбеҙ. Ҡапҡасын ҡаплап, 20-30 минутҡа төнәтергә ҡалдырабыҙ.
  3. Һуңынан, һөҙөп алып, ҡалған лимонды өҫтәйбеҙ һәм һыуытырға ҡуябыҙ. Каркаде япраҡтары былай ҙа әскелтем булғанға күрә, лимонды үҙ ихтыярығыҙменән генә ҡушығыҙ.

  4. Бик тә матур төҫлө, үҙе әскелтем-төскелтем-баллы эсемлекте табынға боҙменән дә бирергә була.


Тәмле итеп эсегеҙ! Шифаһы тейһен!

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: