Даирә
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
2 Ноябрь 2021, 11:43

Организмды "тыңларға" өйрәнәйек

Ул беҙгә ниндәй ауырыуыбыҙ барлығын төрлөсә белдереп тора. Яҙмала әйтелгән 15 билдә һеҙҙә юҡмы?

Организмды "тыңларға" өйрәнәйек
Организмды "тыңларға" өйрәнәйек

Организм беҙгә төрлөсә сигналдар ебәрә, уларҙы тоя-күрә белергә генә кәрәк. Үҙ һаулығыңа иғтибарлы булып, уны алдан хәстәрләү әллә күпме нервыны һаҡлап, күпме аҡсаны янда ҡалдырырға булышлыҡ итер ине.

Түбәндәге 15 билдәгә мотлаҡ иғтибар итергә кәрәк.

1. Күҙ ҡабаҡтарының шешмәкләнеүе. Шул юл менән организм бөйөрҙәрҙә проблема барлығын "хәбәр итә". Был күренеш бигерәк тә дөйөм хәлһеҙлек, аяҡ-ҡулдың һәр саҡ һыуыҡ булыуы, тиренең төҫһөҙләнеүе менән бергә тура килә.

2. Яҡтылыҡтан күҙ ауыртыуы. Ул тәмәке һәм алкоголь менән артыҡ мауығыуҙан килеп сыға, тимәк, быны туҡтатырға ваҡыт! Ҡайһы бер осраҡта бындай хәл ағастар сәскә атҡан ваҡытҡа тура килһә - аллергия ла булыуы мөмкин. Йәиһә - организмдың А витаминына ҡытлығы. Һуңғыһы икән, күберәк сыр, кишер һәм помидор ашарға кәңәш ителә.

3. Күҙ ағының төҫө үҙгәреүе, күҙ төбөнөң ҡарауы. Күҙ ҡыҙарһа, ҡан баҫымын тикшерегеҙ. Һарғайһа, бауырҙа билирубиндың күбәйеүен йәки уның ферментатив функцияларының боҙолоуын иҫкәртә. Күҙ төбө ҡарайһа - йоҡо туймауҙан һәм дөйөм хәлһеҙлектән. Был осраҡта табиптар йөрәкте тикшертергә ҡуша.

4. Ирен ярылыуы. Уға өҫтәп, мускулдар хәлһеҙләнһә, сәс ҡойолһа, иғтибар юғалһа - организмға В2 (рибофлавин) витамины етешмәй. Был осраҡта ашау рационына йомортҡа, һөт аҙыҡтары, сәтләүектәр, помидор, персик, груша, соя һәм төҫлө кәбеҫтә индерергә кәрәк.

5. Телдәге аҡ төҫтәге ҡатлам нимә тураһында һөйләй? Ул йыш ҡына һыуыҡ тейҙереү һәм йыш асығыу тураһында аңғарта. Ә телдең ситтәре ҡыҙыл ҡалһа, гастрит булыу ихтималлығын күрһәтә. Аҡһыл-һоро төҫ - ашҡаҙан-эсәк юлы сире, ә инде ирен күбеп, тире ҡороп тора икән, организмға тимер етешмәй тигән һүҙ. Был осраҡҡа кәңәш: ҡаты ҡара сәй һәм ҡәһүә эсеүҙе кәметергә, сөнки улар тимер үҙләштереүҙе тотҡарлай. Ашау рационына петрушка, аҡ бәшмәк, балыҡ, бауыр, алма һәм цитрус емештәрен индерергә.

6. Ауыҙ кипһә. Йыш ҡына был торош - стресҡа һәм оҙайлы күңел төшөнкөлөгөнә яуап. Ул оҙаҡ дауам итһә, ҡуҙғыусанға әйләнһәгеҙ, тимәк, һеҙгә В3 витамины (никотин кислотаһы) етешмәй. Ҡош ите, һыйыр ите, сәтләүек, шыттырылған бойҙай - уның төп сығанағы. Ауыҙ кибеүенең тағы бер сәбәбе шәкәр диабетының башланғыс стадияһы булыуы мөмкин.

7. Ауыҙҙан насар еҫ сыҡһа. Тештәр тәртиптә икән, ҡандағы шәкәр күләмен тикшертергә кәрәк. Аммиак еҫен һиҙһәгеҙ, бауыр менән бөйөрҙө тикшертеү мотлаҡ, серегән еҫ сыҡһа - хроник бронхитҡа иғтибар бүлеү зарур.

8. Ҡыштырлап торған тире А һәм В2 витаминдары ҡытлығы тураһында һөйләй. Бындай саҡта яҡшы, сифатлы ашау һаулыҡты яйға һалыр. Ә инде кипкән тире ҡысындыра ла икән, ул ваҡытта дерматологка күренеү мотлаҡ.

9. Тире тиҙ күгәрһә, ҡарайһа, ҡандың ойошоуы менән проблема йә булмаһа бауыр эшмәкәрлегендә тайпылыш бара. Һуңғыһын лаборатор анализ ярҙамында ғына асыҡларға мөмкин.

10. Лимфа төйөрҙәренең ҙурайыуы - организмда елһенеү процесы барыуына сигнал. Бында һүҙ һыуыҡ үткәреү тураһында ғына түгел, ә медицина тикшереүе мотлаҡ талап ителгән ауыр сир тураһында ла бара.

11. Бәүелдең ҡара төҫтә булыуы. Беренсе сәбәп - һыуҙы әҙ эсеү. Шуға өҫтәп температура күтәрелһә һәм хәлһеҙлек күҙәтелһә, бәүел системаһында етди сир башланыуы мөмкин. Быны инде тик уролог ҡына дөрөҫ билдәләй, дауалай ала.

12. Үтә ныҡ тирләү. Был осраҡта боғаҙ биҙен тикшертергә кәрәк. Төндә тирләү нервы ҡуҙғыуынан булыуы ихтимал.

13. Яраларҙың тиҙ бөтәшмәүе - цинк етешмәүҙән. Уны диңгеҙ аҙыҡтары, борсаҡ, фасоль менән тултырырға була.

14.Тырнаҡтарҙа бураҙналар барлыҡҡа килеүе. Ул берәү генә булһа, тырнаҡтың үҫеш зонаһы боҙолған тиергә була, ә улар күп икән, авитаминоз һәм хроник стресс күрһәткесе. Буй һыҙаттар аш һеңдереүҙә проблема булыуын күрһәтә. Улар оҙаҡ торһа, ашҡаҙан аҫты биҙен тикшертеү мотлаҡ.

15. Һытҡы, әҫпе. Беҙҙең тире көҙгө кеүек, эстәге ағзаларҙың хәл-торошо тышҡы яғыбыҙҙа сағылыш таба. Тиренең һәр өлөшө эстәге бер ағза өсөн яуаплы.

Үпкәлә артыҡ шайыҡ йыйылһа, сикәлә ҡыҙыл таптар барлыҡҡа килә.

Эсәктә проблема булһа, биттә аҡ башлы һытҡылар сыға.

Ике сикәлә ҡыҙыл төҫтә сабыртма сыҡһа, бауыр һәм үт ҡыуығында тайпылыш бара тигән һүҙ.

Маңлайҙағы йәки баштың сәс үҫкән урынындағы һытҡылар ашҡаҙан менән бәйле.

Эйәктә һәм сикәнең аҫҡы өлөшөндәге ҡыҙыл һытҡы - гормональ юҫыҡта тайпылыш һәм бәүел юлында инфекция барлығына ишара.

Шулай үҙебеҙҙе "уҡырға" өйрәнәйек! Сәләмәт булайыҡ!

Фото: lamdepmebe.com

Автор:Аклима Гизатуллина
 
 
Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас: