Даирә
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
1 Ноябрь 2021, 20:32

Дарыуҙың да ағыу булыуы мөмкин.

Дарыуҙарҙы, шул иҫәптән парацетамолды самаһыҙ ҡулланыу аяныслы тамамлана.Тулы текст сайтта:

Дарыуҙың да ағыу булыуы мөмкин.
Дарыуҙың да ағыу булыуы мөмкин.

Табиптар киҫәтә: һуңғы ваҡытта “парацетамол” тип аталған барыбыҙға ла яҡшы таныш дарыуҙы эсеү һөҙөмтәһендә яҡты донъя менән хушлашыусылар киҫкен артҡан.
Дарыуҙарҙы, шул иҫәптән парацетамолды самаһыҙ ҡулланыу аяныслы тамамлана. Ә күптәребеҙ температура күтәрелдеме, ошо дарыуҙы эсергә әҙер торабыҙ.
Әлеге ваҡытта грипп һәм тын юлдары вируслы инфекцияһы ҡотора, шул сәбәпле парацетамол эсеп ағыуланыусылар артҡан.
Халыҡ составын да уҡымайынса, был дарыуҙы ҡуллана. Был ашҡаҙан-эсәк тракты ағзаларына, бауырға ауыр тәьҫир итә икән. Ҡайһы берәүҙәр көнөнә биш, хатта егермешәр төймә дарыу йота. Бының үлем менән тамамланыуы ла ихтимал.
ОРВИ, грипп осоронда аҙ ғына температура күтәрелеп, хәл бөтөп торһа, дарыу эсергә ашыҡмағыҙ. Бауыры сәләмәт булмаған, цирроз стадияһындағы кешегә хәле насарайып китеү өсөн 4 төймә дарыу етә.

Фото: renewal.ru

Автор:Карима Усманова
Дарыуҙың да ағыу булыуы мөмкин.
Дарыуҙың да ағыу булыуы мөмкин.
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: