- Нимә ул варикоз? Был ауырыуҙың килеп сығыу сәбәптәре нимәгә бәйле?
- Варикоз – күберәк нәҫелдән күсеүсе ауырыу. Донъялағы халыҡтың 40 проценты ҡан тамырҙарының тейешенсә эшләмәүенең теге йәки был стадияһы менән яфалана. Был, тәү сиратта, веналарҙың варикоз киңәйеүенә килтерә. Әгәр ҙә әсәйегеҙ-атайығыҙ, өләсәйегеҙ-олатайығыҙ веналарҙың варикоз киңәйеүе менән ыҙалана икән, һеҙҙең уның менән ауырыу ихтималлығы 50-60 процентҡа тиң. Әйткәндәй, ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәргә ҡарағанда 3 тапҡыр күберәк ауырый, был бала табыуға бәйле. Йөклөлөк ошо сирҙе ҡуҙғытыусы фактор булып тора.
Эш урыны оҙайлы ваҡыт бер урында тик тороу, йәки тик ултырыу менән бәйле булһа ла, варикоз үҙен һиҙҙертә башлаясаҡ. Ауыр эш, физик күнекмәләр ҙә был факторҙарға инә. Шулай уҡ артыҡ тән ауырлығы, гормональ дисбаланс, травмалар арҡаһында ла вариоз килеп сығыуы ихтимал.
- Был сирҙе дарыуҙар менән еңеп буламы?
- Веналарҙың варикоз киңәйеүе барлыҡҡа килә икән, ул йылдан-йыл көсәйәсәк. Ул бер ҡасан да үҙенән-үҙе бөтмәй. Ә дарыуҙар ҡан тамырҙары өсөн витамин ғына булып тора. Улар веналарҙың варикоз киңәйеүен дауалай алмай, хәлде еңелләштерә генә - ҡан тамырының стенаһын нығыта, тынысландырыу тәьҫире бирә. Компрессион трикотаж кейеү - был ауырыуҙы профилактикалауҙың иң уңышлы ысулы.
- Ни өсөн ул аяҡтарҙа була?
- Ҡан тамыр буйлап йөрәккә бара. Уға тартыу көсөн еңеп, аяҡтан йөрәккә тиклем күтәрелер өсөн "ярҙамсы"лар кәрәк. Аяҡ балтыры мускулдары бында насос ролен үтәй, атлаған саҡта мускул епсәләре ҡыҫҡара һәм ҡанды йөрәккә ҡыуалай. Был мускулдан тыш, ҡан тамыры эсендә урынлашҡан клапандар ҡанға кире аҫҡа ағырға бирмәй. Веналарҙың варикоз киңәйеүе - ошо үҙенең функцияһы үтәүҙән туҡтаған клапандар ауырыуы. Клапандарҙың эшлектән сығыуына алда әйтеп үткән факторҙар булышлыҡ итә лә инде. Компрессион трикотаж кейгәндә уларға көсөргәнеш төшмәй, сөнки трикотаж баҫым яһап, веналарҙы тотоп тора. Кемдәр генетик йәһәттән варикоз ауырыуына бирешә, уларға физик эш эшләгәндә, эштә, ауырлы саҡта, хатта спорт менән шөғөлләнгәндә профилактика өсөн кейергә кәрәк.
- Бейек үксәле аяҡ кейеме кейеү ҙә веналарҙың варикоз киңәйеүенә килтерә, тип ишеткән бар...
- Бейек үксәле аяҡ кейеме кейеп йөрөгән кешенең балтырҙары гел көсөргәнештә һәм мускул епсәләре ҡыҫҡарған рәүештә була. Шуға ла был да варикозды уятыусы факторҙарға инә. Шуға ла бейек үксәлә йөрөгәндә компрессион трикотаж кейергә тәҡдим ителә.
- Эштә гел ултырырға мәжбүр булғандарға нимә эшләргә?
- Тик кенә ултырмаҫҡа, тороп йөрөп алырға ла кәрәк... Махсус күнегеүҙәр ҙә бар. Уларҙың иң ябайы - ултырған көйөнә аяҡтарҙы алға һуҙып, иҙәндән саҡ ҡына күтәреп, мускулдар эшләһен өсөн аяҡ осон бер өҫкә күтәрәһең, бер аҫҡа төшөрәһең. Ҡан тик тормаһын, йөрөһөн өсөн балтыр эшләргә тейеш. Сүгәләгән күнекмә бик файҙалы. Ә инде өйгә ҡайтҡас, аяҡтарҙы күтәреп ятып торорға кәрәк.
- Был осраҡта спорт менән шөғөлләнергә яраймы?
-Спортҡа килгәндә, уның иң һәйбәт төрө - йөҙөү. Йөҙгәндә ҡан тамырҙарына, быуындарға, умыртҡа бағанаһына көсөргәнеш юҡ, бөтөн мускул төркөмдәре рәхәтләнеп эшләй. Йүгереү, саңғыла йөрөү ҙә файҙалы.
- Ҡан тамыры төйөндәренән нисек ҡотолорға?
- Тамырҙар йондоҙсоҡтар яһап, күренә башлаһа, веналар ҡалҡып сыҡһа, аяҡтар кискә табан арыһа, шешһә, табипҡа мотлаҡ күренергә. Операция тәҡдим ителһә, уны иртәрәк яһау ҡулайлыраҡ.
- Варикоз ауырыуы буйынса күптәр мөрәжәғәт итәме?
- Ҡайһы берәүҙәр өсөн ул эстетик проблема булып тора. Ҡатын-ҡыҙҙар аяҡтарының матур булыуын теләй, бигерәк тә йәй айҙарында. Ә инде ауыртыу, арығанлыҡ, көҙән йыйырыу, шешеү кеүек симптомдар барлыҡҡа килһә, квалификациялы ярҙам өсөн мөрәжәғәт итәләр. Өҙлөгөү аяҡтарҙа тиҙ генә төҙәлә алмаған, бик ауыртҡан сей яра барлыҡҡа килеүгә килтерә. Иң хәүефлеһе – киңәйгән ҡан тамырҙарында ҡан төйөрсөктәре (тромб) барлыҡҡа килеүе. Улар ысҡынып китеп, үпкәнең мөһим ҡан тамырҙарын ҡаплауы ихтимал. Был кинәт үлемгә килтерә.
- Өҙлөгөү булмаһын өсөн нимә эшләргә?
- Өҙлөгөүҙәр булмаһын өсөн киңәйгән венаға операция яһатырға кәрәк. Әгәр ҙә табип веналарға операция тәҡдим итмәһә, бойоғорға түгел, хәҙер медицина көслө, башҡа юлдар ҙа бар...
- Мәғлүмәт өсөн рәхмәт.
- Йомғаҡлап, пациенттарығыҙға нимә теләр инегеҙ?
- Ҡотолғоһоҙ хәл булмай, заманса флебология ярҙам итәсәк. Тик ваҡытында ауырыуға иғтибар итергә һәм аяҡтарығыҙҙың матурлығын һәм сәләмәтлеген һаҡларға кәрәк. Ә профилактика өсөн күберәк хәрәкәт итеү, гимнастика яһау һәм һыу инеү бик файҙалы.
Фәниә Сәлимгәрәева әңгәмәләште.
Автор фотоһы.