Даирә
+28 °С
Облачно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
5 Сентября 2021, 18:36

ЙҮТӘЛДӘН - ҺАРЫМҺАҠЛЫ СИРОП

Көҙ миҙгеленә аяҡ баҫабыҙ, дуҫтар. Халыҡ медицинаһы хаҡында ла онотмайыҡ. Иғтибарығыҙға йүтәлдән һарымһаҡлы сироп тәҡдим итәбеҙ.

ЙҮТӘЛДӘН - ҺАРЫМҺАҠЛЫ СИРОПЙҮТӘЛДӘН - ҺАРЫМҺАҠЛЫ СИРОП
ЙҮТӘЛДӘН - ҺАРЫМҺАҠЛЫ СИРОП

Кәрәк буласаҡ:
5–7 баш һарымһаҡ,
шыйыҡ бал,
3 аш ҡалағы алтей тамыры онтағы (аптекала һатыла, порошок корня алтея).

Эш тәртибе:
Һарымһаҡты ит тартҡыс аша сығарып, алтей онтағы менән бутарға.  500 миллилитрлыҡ банкаға һалып, шыйыҡ бал өҫтәргә. Банканы бер тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ, һуңынан ҡатнашманы марля аша һығып алығыҙ. 

Йүтәлдән ҡотолоу өсөн сәғәт һайын 1 балғалаҡ ҡабырға.

Был сироп бронхит, трахеит, фарингит, ларингит кеүек ауырыуҙар ваҡытында ярҙам итә. Һарымһаҡ организмдың микробтарға һәм бактерияларға ҡаршы торусанлығын арттыра, алтей тамыры - ҡаҡырыҡты сығарырға, бал иһә иммунитетты күтәрергә булышлыҡ итә. 

фото интернет селтәренән алынды

https://vatandash.ru/articles/common_material/2021-08-31/y-t-ld-n-arym-a-ly-sirop-2484880

 

Автор:Роза Тазетдинова
Читайте нас