Даирә
+14 °С
Облачно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
16 Августа 2021, 16:21

Был билдә йөрәк өйәнәге яҡынлашыуын аңлата

.

Был билдә йөрәк өйәнәге яҡынлашыуын аңлатаБыл билдә йөрәк өйәнәге яҡынлашыуын аңлата
Был билдә йөрәк өйәнәге яҡынлашыуын аңлата

Британияның British Heart Foundation (BHF)  ойошмаһы табибтары  яҡынлашҡан йөрәк өйәнәгенә хас  билдәләрҙе атаған. Шуларҙың иң ғәҙәти булмағаны һәм аптыратҡаны – саманан тыш тирләү.

Ойошмала белдереүҙәренсә, пациенттар йыш ҡына организм киҫәтеүҙәренә иғтибар итмәй. Ә бит йөрәк ауырыуҙары дөнъядағы күпселек үлем осраҡтарының төп билдәләренең береһе булып тора. “Әгәр һеҙ эҫелек һәм  тирләү хисен тойғанда  күкрәк турыһында ауыртыуҙар  ҙа һиҙәһегеҙ икән, ашығыс ярҙам сакыртырға кәрәк. Быларҙың яҡынлашҡан йөрәк өйәнәге билдәләре булыуы бар”, – тиҙәр белгесләр.

Тағы бер симптом – күкрәктә яныу хисе һәм  ашҡаҙанының эшләмәүе. Йөрәк менән проблемаларға ишаралаусы классик проблемалар был.  Табибтар тубыҡ һөйәктәре шешенгәндә лә уяу булырға кәңәш итә.

Сығанаҡ: Lenta.ru

 

Автор:Әлфиә Шакирйәнова
Фото:Pixabay
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас