Даирә
+21 °С
Облачно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Июня 2021, 09:41
Буласаҡ әсәне лә, ҡарынындағы бәпесте лә ҡотҡара алмағандар
Ғаилә ҡыҙ көткән булған...Тулы текст сайтта:
Ошо көндәрҙә Өфөләге 4-се бала табыу йортонда билдәһеҙ сәбәптәрҙән Шишмә районы ҡатыны мәрхүм булған. Был хаҡта Bash.News хәбәр иткән.
Лилиә Әйүпова дауаханаға һалғандан һуң, өс көн ятҡан. Уның 18 аҙналыҡ ауыры булған, был йөклөлөктөң тап яртыһы тигән һүҙ, алдан сабыйҙың йөрәге тибеп торған.
Мәрхүмәнең әсәһе әйтеүенсә, ҡатындың ныҡ токсикоз башланғас, уны дауаханаға оҙаталар, ҡабул итеү бүлмәһендә узи тикшереүе үткәндә, баланың ҡарында үлгәнлеге асыҡлана...
Дауаханала ҡатындың үҙен ҡотҡарып ҡалырға тырышалар ҙа бит, уның хәле бик мөшкөл була, тора ла алмай хатта. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өсөнсө көн тигәндә бисара ҡатын баҡыйлыҡҡа күсә.
Әле яҡындары шок хәлендә. Ҡатындың тормош иптәше әйтеүенсә, быға тиклем түләүле дауаханала күҙәтелгән, анализдары яҡшы булған. Нисек былай килеп сыҡҡанлығы башҡа һыймай. Ата-әсәләр балаларын ерләргә тейеш түгел бит, тиҙәр яҡындары, күҙ йәштәренә төйөлөп...
Яңы тормош башлап, бәхетле киләсәккә өмөт менән йәшәгән йәш ҡатындың яҙмышы өҙөлөүе аяныслы. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фото: BashNews.
Автор: Миләүшә Сайтакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Bulasa--s-ne-l--arininda-i-b-peste-l--ot-ara-alma-andar-839911/
Автор:
Эльнара Шаймарданова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!