Даирә
+17 °С
Облачно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
25 Июня 2021, 10:49

Организмдағы шлактарға ҡаршы көрәш

Һәр ваҡыт ултырып эшләү, дөрөҫ туҡланмау һәм насар ғәҙәттәр организмда токсиндар йыйылыуға сәбәпсе. Бауыр, бөйөр, лимфа системалары нисек кенә яҡшы эшләмәһен, улар ҙа таҙартып өлгөрмәҫкә мөмкин. Үҙебеҙгә үҙебеҙ ярҙам итә алабыҙ. Өс айға бер тапҡыр аҙна дауамында ябай ғына 10 ҡағиҙәне үтәү ҙә етә.

  1. Көндө лимон һалынған бер стакан йылы һыу эсеүҙән башлағыҙ.

    Ул ашҡаҙан-эсәк тракты насар эшләгән кешеләргә генә ярамай. Бындай осраҡта, һыуҙы лимонһыҙ ҙа эсә алаһығыҙ. Был эсемлек ашҡаҙан стенаһында йәбешеп ҡалған аҙыҡ ҡалдыҡтарын һәм токсиндарын йыуып сығара, бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта. Шуға өҫтәп, күҙәнәктәрҙәге һыу балансын һаҡлай. Эскән һыуҙың температураһы ла мөһим роль уйнай. Уяна башлаған организмға матдәләр алмашын активлаштырыу өсөн нәҡ йылы һыу эсеү файҙалы.

    2. Бөйөр эшмәкәрлеген туҙғанаҡ төнәтмәһе ярҙамында яҡшыртығыҙ.

    Бөйөр тәүлек дауамында 1700 литр ҡанды таҙарта. Уның эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн туғганаҡ, розмарин, кесерткән, һәм дымянка төнәтмәһен эсәргә кәрәк. Әҙерләү бик еңел: бер ус үләнде 500 мл һыуҙа ҡайнатып алыу ҙа етә.

    3. Эсәктәрҙе таҙартырға ла онотмағыҙ.

    Аш ҡайнатыу трактарын таҙартыу өсөн 3-5 көнгә (бер аҙнаға булһа тағы ла яҡшырак) ит, йомортҡа, һөт продуктары, ҡамыр ризыҡтары, шәкәр ашауҙан, ҡәһүә эсеүҙән тыйылып торорға кәрәк. Рационда аҡ дөгө төп аҙыҡ булыу зарур. Уға йәшелсә, диңгез продуктары, сәтләүек, алма йәки кипкән емештәр ҡушып ашарға ярай. Составында калий күп булған дөгө организмды токсиндарҙан, тоҙҙарҙан таҙарта.

    4. Аҙнаһына ике тапҡыр детокс ванналар ҡабул итегеҙ.

    Әлеге боронғо ысул шлактарҙан арынырға, организмдағы минераль матдәләр запасын тулыландырырға ярҙам итә. Ике стакан магний сульфатын йылы һыуға һалып иретегеҙ, шуға бер стакан сәй содаһы һәм сирек стакан диңгез тоҙо, шуның тиклем үк алма уксусы өҫтәгеҙ. Үҙегеҙгә оҡшаған эфир майҙары тамыҙырға була. Ваннала 20-40 минут ятырға кәрәк. Янығыҙҙа һалҡынса таҙа һыу булһын, эскегеҙ киләсәк. Бер нисә минуттан һуң тирләй башлаясаҡһығыҙ. Был организмдың токсиндарҙан арына башлауын аңлата. Бик эҫе була башлай икән, һалкын һыу өҫтәргә мөмкин. Бындай таҙартыу ванналарын аҙнаһына ике тапҡыр ҡабул итеү мөһим.



    5. Һәр кис тәнегеҙҙе скраб менән таҙартығыҙ.

    Шул рәүешле, тирене үлгән күҙәнәктәрҙән арындырасаҡһығыҙ. Тән һулыш аласаҡ, лимфа системаһы эшмәкәрлеге лә яҡшырыр. Скрабты кибеттән һатып алғансы, үҙегеҙ яһай алаһығыҙ. Бының өсөн ҡәһүә, бал һәм зәйтүн майы ғына кәрәк.

    6. Лимфодренажлы массажға яҙылығыҙ.

    Әлеге процедура шештәрҙән, артыҡ һыуҙан, токсиндарҙан таҙарта. Һөҙөмтәһе беренсе массаждан һуң уҡ иҙеләсәк. Аяҡтарҙа еңеллек тоярһығыҙ. Лимфодренаж массажды өйҙә лә яһай алаһығыҙ. Бармаҡтарығыҙҙы муйындың ике яғынан ҡолаҡ аҫтына ҡуйығыҙ. Әкрен генә тирене муйындың артҡы өлҡшҡнә таба тартығыҙ. Быны 10 тапҡыр эшләргә кәрәк. Һуңынан умрау (ключица) һөйәгенә табан да ышҡығыҙ.

    7. Ятыр алдынан ромашкалы сәй эсегеҙ.

    Был – француз ханымдарының ғәҙәте. Бындай сәй тынысландыра, йоҡо ла ҡатыраҡ була. Бынан тыш, ромашка ашҡайнатыу системаһын яҡшырта.

    8. Шәкәр ҡомо һәм тоҙҙан баш тартығыҙ.

    Бөтөнләй ҡулланыуҙан туҡтай алмайһығыҙ икән, бик аҙ күләмдә һалырға тырышығыҙ. Тоҙҙо - аш тәмләткестәре, шәкәр ҡомон топинамбур сиробы менән алыштыра алаһығыҙ.

    9. Ризыҡҡа фенхель майы йәки орлоҡтарын һалығыҙ.

    Ул салаттарға, ҡайнар аштарға үҙенә бер төрлө тәм биреп кенә ҡалмай, организмды ла таҙарта. Фенхель орлоҡтарындағы матдәләр ашҡайнатыу системаһын яҡшырта, ҡандағы шәкәр күләмен кәметә, бауыр, талаҡ, бөйөр эшмәкәрлеген яҡшырта.

    10. Күберәк хәрәкәтләнегеҙ.

    Физик көсөргәнеш теләһә ниндәй детокс-программаһының тәьҫирен көсәйтә. Хәрәкәт ҡан әйләнешен яҡшырта, матдәләр алмашын тиҙләтә. Алда һаналған процедураларҙы үтәгәндә, иң яҡшыһы – күберәк йәйәү йөрөү.

    http://syuyumbike.ru/news/belmesen-bel/organizmdagy-shlaklarga-karshy-krsh
  2. Автор:Эльнара Шаймарданова
    Читайте нас