“Илдең тиҫтәләгән төбәгендә мотлаҡ вакцинация иғлан ителде. Беҙҙең республикала быны эшләү өсөн әлегә күрһәткестәр юҡ. Минең шәхси позициям да шундай – был һәр кемдең үҙ эше, – тине Радий Хәбиров. – Әммә хәлдәр мәжбүр итһә, беҙгә был аҙымға барырға тура килеүе ихтимал. Сир таралмаһын өсөн мөмкин булған бар сараларҙы ла файҙаланабыҙ. Нисек кенә булмаһын, коллектив иммунитет булдырыу мотлаҡ, шуға вакцинацияны арттырыр кәрәк”, – тине ул.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, эште дәүләт хеҙмәткәрҙәренән башлау мотлаҡ. 25 июнгә тиклем уларҙың кәмендә 30 проценты прививка һалдырырға, ә 2 июлгә тиклем һандар 60 процентҡа етергә тейеш.
“Был минең шәхси талап. Кешеләрҙе көнө-төнө вакцина яһатырға өгөтләгән Башлыҡ Хакимиәте вәкилдәре, Хөкүмәт ағзалары, министрҙар нисек инде үҙҙәре яһатмай? Кадр эше тейешле ойошторолмаған тигән һүҙ был”, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, республикала ковидҡа ҡаршы указ яңыртылғас, вакцинация менән хәлдәр яҡшырған, ул 28 процентҡа артҡан.
Әммә сауҙа үҙәктәрендәге вакцинация пункттарында сираттар барлыҡҡа килгән. Радий Хәбиров быға юл ҡуймаҫҡа, прививка яһатырға килгән кешеләргә һәйбәт шарттар булдырырға ҡушты.
Кәңәшмәлә билдәле булған тағы бер яңылыҡ: указдағы ресторан һәм кафеларға ҡағылышлы пункт йомшартылды. Хәҙер указ талабы ун түгел, 50 кешенән күберәк урын булған учреждениеларға ҡағыласаҡ.
“Ике көн дауамында республиканың сауҙа министры Алексей Гусевҡа рестораторҙар мөрәжәғәт иткән һәм кешеләр һанын арттырыуҙы һораған. Беҙ уны 50-гә тиклем арттырырға ҡарар иттек.
Тағы бер мәсьәлә мәктәп уҡыусыларының сығарылыш кисәләренә ҡағылды. Радий Хәбиров белдереүенсә, улар быйыл үтәсәк.
“Сығарылыш кисәләре буласаҡ! Был мөһим ваҡиға кеше тормошонда бер тапҡыр ғына була. Һәр бер белем биреү учреждениеһы байрам форматы тураһында ҡарарҙы үҙе ҡабул итәсәк. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләретеүәл үтәлергә тейеш”, – тине Радий Фәрит улы.