"Пинцет менән йәки һығып, саҡҡан урынды баш бармаҡ йә иһә һуҡ бармаҡ менән һыпырып, ҡаяуҙы алып ташлайҙар (былай эшләгәндә, ағыулы резервуарҙы һытырға ярамай, сөнки күп осраҡта ағыу тире аҫтына эләгә). Шешеүҙе кәметеү өсөн ағыуҙы яранан һығып сығаралар, сағылған урынды тупраҡ менән һыпырырға ярамай, организмға инфекция индерергә мөмкин. Яраға нишатыр спирты йәки календуланың спиртлы төнәтмәһен һөртәләр. Ҡаяуҙы алғас, яраға 10 процентлы календула иретмәһе, спирт-ректификат һәм вазелиндан торған май ябалар. Сағылған урындан өҫтәрәк 30-40 минутҡа жгут быуалар һәм һыуыҡ һалалар.
Ныҡ ағыуланғанда, күп итеп һыу эсергә һәм медикаменттар (димедрол, супрастин, тавегил — шуларҙың береһен) һәм йөрәк дарыуҙары (валокордин, кордиамин, Зеленин тамсылары) ҡабул итергә кәрәк, ти умартасы.
Әгәр ҙә ҡул аҫтында дарыуҙар булмаһа, сағылған урындың ауыртыуын кәметеү өсөн халыҡ саралары бар. Яраға бал, бәпембә, һарымһаҡ йәки һуған һуты, шыйыҡ валидол, спирт, сей картуф, яңы ғына өҙөлгән юл япрағын ябалар. Ауыр ағыуланған осраҡта яфаланған кешене яҡындағы медпунктҡа йәки дауаханаға оҙаталар.