Даирә
+20 °С
Облачно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
13 Июня 2021, 13:56

Көн һайын бал ашаһағыҙ, организмығыҙ ни эшләр?

Башҡорт балының файҙаһын беләһегеҙҙер. Хәйер, һәр кемгә үҙ балы ғәзиз))) Ә шулай ҙа уны артыҡ (бәғзеләргә ул – ҡиммәт ризыҡ) ашау ҙа ярамаҫ. Балдың организмға йоғонтоһон белгестәр өйрәнгән. Баҡһаң...

Көн һайын бал ашау бына нимәләргә килтерә:
Ашҡаҙанығыҙҙың эше көйләнә. Балды ас ҡарынға ашаһаң, микробтарҙы үлтерә, лайлалы өлөшсәләрҙе нығыта. Артыҡ ашаған булһағыҙ, әҙ генә бал ҡабығыҙ, ашҡаҙанығыҙ еңеләйеп китер.
Нервыларығыҙ тыныслана. Балдағы файҙалы матдәләр нервылар эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай.
Йөрәгегеҙ көсәйә. Балдағы антиоксиданттар йөрәккә яҡшы. Йөрәк өйәнәгенә ҡаршы тора. Дүрт ҡалаҡ бал һалып, бер стакан һыу эсеү ҙә етә.
Яҡшы йоҡлата. Балдағы шәкәр ҡанда инсулин күләмен күтәрә, инсулин – серотонинды. Серотонин мелатонинға әүерелә. Ул иһә – йоҡо сифатын күтәреүсе гормон.
Хәтерегеҙ нығый. Ғалимдар асыҡлаған быны. Бал ашау стрестан да һаҡлай, ә стресҡа бирешмәйһегеҙ икән, тимәк, хәтерегеҙ ҙә насараймай, ти тикшеренеүселәр.
Тирене таҙарта. Татлы ризыҡ тирене майландыра, тиер күптәр. Тик был балға ҡағылмай. Ул – яҡшы антиоксидант, токсиндарҙы сығара. Бактерияларға ҡаршы һөҙөмтәле дауа ла. Балды скраб урынына ла ҡулланырға була.
Холестеринды кәметә. Йәғни, балда ул бөтөнләй юҡ. Киреһенсә, бал ашап, организмығыҙҙа булған холестеринды ҡыуаһығыҙ ғына.
Ябығаһығыҙ. Ҡыҙыҡ, татлы ашап та кеше ябығыр икән? Бал составында шәкәрҙән айырылып торған матдәләр бар, витаминдар күп, шуға ул шәп ябыҡтырғыс та икән. Йылы һыуға бал менән лимон һуты ҡушып эсһәгеҙ, бына һеҙгә - көнлөк энергия һәм көр кәйеф.

Фото: Гөлсәсәк Аласова
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/K-n-ayin-bal-asha-a-i--organizmi-i-ni-eshl-r-825500/
Читайте нас