1. Сәстәрҙең ҡыуаҡланыуы
Нимә етмәй: май кислоталары.
Омега-3 май кислоталары – тән өсөн табиғи май кеүек. Әгәр ҙә рационда файҙалы майҙар етмәй икән, организм экономияләй башлай, йәшәү өсөн артыҡ мөһим булмаған урындарҙы «киптерә». Баш тиреһе – шундай «донор»ның береһе. Әгәр ҙә сәсегеҙҙән ҡыуаҡты бөтөрә алмаһағыҙ, күберәк балыҡ ашағыҙ, шулай уҡ әстерхан сәтләүеге, оливки һәм үҫемлек майҙары ашау файҙалы.
Нескә, тиҙ һыныусан сәстәр
Нимә етмәй: В витаминдар төркөмө.
В витаминдары төркөмө һәм фолий кислотаһы дефициты сәстәрҙең ҡороуына, тиҙ һыныусанлығына килтерә. Әлеге витаминдар ҡытлығын «тыуҙырыу» бик еңел: рационда файҙалы углеводтар өлөшен кәметеү ҙә етә. Үҙегеҙҙә әлеге билдәләрне күрәһегеҙ икән, күберәк шпинат, һоло һәм дөгө ашағыҙ.
Ирен ситендәге яралар
Нимә етмәй: В12 витамины.
Ирен ситтәре ярылыу, ауыҙ ҡыуышлығындагы йәрәхәттәр В12 витамины етмәү тураһында һөйләй. Әлеге дефицитты бөтөрөү өсөн, күберәк йомортҡа, ҡош һәм һыйыр ите ашау ҙа етә. Әммә йәрәхәттәр йыш барлыҡҡа килә һәм бөтмәй йөҙәтә икән, табибҡа мөрәҗәғәт итегеҙ. Был – яман шеш ауыруының беренсе билдәләре булырға мөмкин.
Арыу
Нимә етмәй: D витамины.
Оҙак йоҡлауға (8–9 сәғәт) ҡарамаҫтан, даими алйыу әлеге витамин етмәү хаҡында һөйләй. Энергия булмау, йоҡо килеү, хәл бөтөү – былар барыһы ла «ҡояш витамин»ы дәрәҗәһен тикшереп ҡарау өсөн беренсе сәбәптәр. Йәйен һәм яҙын йышыраҡ ҡояшта йөрөргә тырышығыз (ҡояшта 15–20 минут булып, витаминдың тәүлек нормаһын алабыҙ). Көҙөн һәм ҡышын күберәк һөт продукттары, майлы балыҡ, миндаль һәм гөмбә ашағыҙ.
Тәндәге күгәреүҙәр
Нимә етмәй: С витамины.
Саҡ ҡына бәрелһәгеҙ ҙә тәнегеҙ ҡара янып сыға икән, был С витамины етмәү билдәһе. Әлеге витамин коллаген эшләүдә актив ҡатнаша. Бынан ҡала, көслө стресс кисергәндә лә С витамины күп юғала. Шуға күрә ҡулдарығыҙҙа һәм аяҡларығыҙҙа күгәреүҙәр күп икән, кәбеҫтә менән әфлисун ашағыҙ.
Көҙән йыйырыу
Нимә етмәй: магний һәм кальций.
Магний һәм кальций мускулдар ҡыҫҡарыуҙа мөһим роль уйнай. Әгәр ҙә әлеге матдәләр организмда етмәй икән, көҙән йыйыра башларға мөмкин. Һөт продукттары, банан, авокадо һәм ҡабаҡ орлоҡтары дефицитты бөтөрөргә мөмкин.
Иртә сәс ағарыу
Нимә етмәй: баҡыр.
Иртә сәс ағарыуҙың стресс, эндокринология системаһы боҙолоу, генетикаға бәйле булырға мөмкин. Әммә тағы бер сәбәп – рационда баҡыр етмәү. Әлеге витамин меланин эшләп сығарғанда зур роль уйнай. Ә меланин сәстәрҙең тәбиғи төҫөн һаҡларға ярҙам итә. Әгәр сәстәрегеҙгә иртә сал төшә башлаһа һәм был ғаилә тарихы менән бәйле түгел икән, организмда баҡыр дәрәҗәсен тикшерегез.
http://syuyumbike.ru/news/belms-bel/vitaminnar-itmne-..