Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бына нилектән йәш күренә икән!

"Йәш сырайлы булыуымдың тағы бер сере: күптән файҙаланған дауам бар. Рецебы ябай ғына, һәр саҡ ҡул осонда булған ингредиенттар ҡулланыла".Тулы текст сайтта:

Яңыраҡ бер апайҙың 70 йәшлек байрамында булдыҡ. Әле булһа ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ һығылмалы буй-һынына, бер һыры булмаған йөҙөнә, балҡып торған күҙҙәренә ҡарап, уны белмәгәндәр үҙ йәшен бер ҙә бирә алмаҫ. Һоҡланыуымдан бигерәк ҡыҙыҡһыныуым көслөрәк булғандыр, моғайын, бөтә ҡатын-ҡыҙ өсөн мөһим тема бит ни тиһәң дә, серен һорашмай булдыра алманым.

“Тәҙрә пәрҙәләрен асҡанда, иртәне Аллаһҡа ошондай матурлыҡты күрһәткәне өсөн рәхмәт әйтеүҙән башлайым. Донъяға именлек, яҡындарыма һаулыҡ, шунан көндөң яҡшы үтеүен теләйем, үҙемде ыңғай хис-тойғоға көйләйем. Ысынлап та, ошо ғәҙәтем үҙемде бер "тулҡын"да тоторға ныҡ ярҙам итә, – тип йылмайҙы ул. – Өҫтәүенә әсәйем дә, өләсәйем дә олоғайғас та йәш сырайлы булып ҡалды, шуларға оҡшағанмындыр. Ярҙамы тейһә, күптән ҡулланған рецебым да бар. Ул кемгәлер килешергә йә килешмәҫкә мөмкин. Минең үҙемә бик оҡшай. Ябай ғына ул, һәр саҡ ҡул осонда булған ингредиенттар ҡулланыла: бал һәм дәрсен. Иртәнге ашта икмәккә бал менән дәрсен һылап ашайым. Был ҡатнашма ҡандағы холестеринды аҙайта, тимәк, инфаркт булыу хәүефен дә кәметә. Уны даими ашағанда йөрәктең мускулы нығый, тын алыу яҡшыра. Бал менән дәрсенде һыуға бутап эсеү ҙә күп нәмәгә килешә. Мәҫәлән, артритҡа. Уның өсөн көн һайын иртән һәм кис бер стакан йылы һыуға ике балғалаҡ бал һәм ярты балғалаҡ дәрсен бутап эсергә мөмкин. Бер үк ваҡытта был ҡатнашма иммунитетты нығыта, организмды вирустарҙан һаҡлай, көс-ҡеүәт бирә. Һыуыҡ тейҙереп йә иһә грипп менән ауырыған саҡта ла, ашҡаҙан эшкәртмәй торғанда ла гел ошо төнәтмәне ҡулланам, дарыуҙы һирәк эсәм. Сәсемде лә шулар ярҙамында эшләнгән маска һөртөп нығытам. Был ике компонентҡа зәйтүн майы ҡушып ебәрер кәрәк. Ейәнсәрем битендәге һытҡыларын бал һәм дәрсен ҡатнашмаһын һылап бөтөрҙө”.

Ҡыҙыҡһынып, дәрсен менән бал тураһында мәғлүмәт ҡарай башланым. Ысынлап та, файҙаһы бик ҙур икән. Бал һәм дәрсен ҡушылған сәй, даими эселгәндә, ҡартлыҡ килеүҙе тотҡарлай. Тирене шымарта, организмдың төрлө сиргә ҡаршы тороусанлығын үҫтерә. Тик, әлеге лә баяғы, кемгәлер килешә, кемгә юҡ.

Фото: w-dog.ru

Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Bina-nilekt-n-y-sh-k-ren-ik-n-811677/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: