Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

“Баш ауыртыуҙан йонсой инем”

Благовар районынан Гөлфинә САТТАРОВА гәзит уҡыусыларға кәңәштәрен еткерҙе: был күптән һыналған рецепт өлгөләре уны баш ауыртыуынан һәм ангинанан ҡотҡарған.

Үләндәргә өҫтөнлөк бирә

“Бер ваҡытта ла дарыу ҡуллан­майым, үләндәргә өҫтөнлөк бирәм. Баш ауыртыуына сыҙай алмай китһәм, дарыухананан элеутерококк төнәтмәһен алам – бик яҡшы ярҙам итә.

Иртән бер тамсы төнәтмәне бер аш ҡалағы һыуға һалып эсегеҙ, ә кис – ике тамсы. Шулай итеп, 14 тамсыға тиклем еткерегеҙ. Унан ике аҙна дауамында 14-әр тамсы һалып эсегеҙ. Был организмға бик яҡ­шы тәьҫир итә. Хатта йәш са­ғынан баш ауыртыуынан яфалан­ған, услап дарыуҙар эскән ҡәйнәм дә ошо бәләнән ҡотолдо. Бер нисә аҙнанан ул үҙен күпкә яҡшыраҡ тоя башланы.

Ангинанан иһә йод менән дауаланам. Мамыҡты ҡалаҡ һабына бәйләйем дә, тамаҡ төбөнә һөртәм. Файҙаһы тейә. Һеҙ ҙә эшләп ҡара­ғыҙ. Шулай һауыҡ­ҡандан һуң, был ауырыу менән ике йыл самаһы сирләгәнем юҡ”, – тип яҙған ул беҙгә.

Ҡара сәй менән дауаланығыҙ

Халыҡ дауаһы булараҡ ошо ифрат киң таралған эсемлеккә бәйле кәңәш бар. Әгәр һеҙҙе баш ауыртыуы, йыш һалҡын тейеп елһенеү йонсота икән, түбәндәге кәңәшкә ҡолаҡ һалығыҙ.

400 грамм самаһы ҡара япраҡлы сәйҙе яртыһына тиклем ҡайнар һыу ҡойолған эмаль кәстрүлгә һалығыҙ. Өс минутҡа ҡаплап тороғоҙ. Унан 1х3 метр самаһы марля алығыҙ, уны өскә бөкләп (өс ҡатлы бер метр оҙонлоҡтағы киҫәк килеп сыға), өҫтәлгә һалығыҙ. Дуршлаг ярҙа­мында сәйҙе һығып алып, марляға йәйеп һалығыҙ. Унан марляны сәй менән бергә колбаса ише төрөп, башығыҙға урағыҙ, целлофан пакет ҡаплағыҙ, түшәккә яты­ғыҙ. Бәйләм һыуынғас та, уны сисеп алығыҙ ҙа йоҡларға тырышығыҙ. Һис шикһеҙ, ярҙамы тейер.

Нервы системаһын нығытыу өсөн түбәндәге йыйылма ярҙам итер: бер үк миҡдарҙа валерьяна тамырын, арыҫлан ҡойроғо (пустырник), әнис (тмин) үләндәрен алығыҙ һәм бутағыҙ. Унан бер аш ҡалағы ҡатнашмаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. 30 минут төнәтегеҙ. Көнөнә өс тапҡыр туҡланыу араһында 1/3 стакан эсегеҙ. Дауалауҙы ике-өс аҙна самаһы дауам итергә кәрәк.

Псориаздан әмәл бар

Рәмил Сабитов исемле уҙаман социаль селтәрҙә псориаз кеүек ауыр дауаланған тире сире хаҡын­да яҙып, тәжрибә уртаҡлашҡан.
“Псориаз менән ике тиҫтә йыл самаһы йонсоном. Майҙар, дарыу­ҙар ярҙам итмәне. Дөрөҫөн әйткән­дә, йәнем көйөп, хатта дауала­ныуҙы ташлап ҡуйҙым: нимә булһа ла булыр, тинем.

Бер мәл дуҫтар менән урманға барырға тура килде. Кистән килеп ҡундыҡ, иртән кем ҡайҙа таралышты, тигәндәй.
Бер дуҫым тиҙҙән ниндәйҙер үләндәр йыйып килтерҙе. “Боланут был, сәйгә ҡушайыҡ”, – тине. Усаҡ яғып, хуш еҫле сәй эстек. Миңә, ҡала кешеһенә, был бик килеште, бер аҙ йоҡомһоратып ебәрҙе.

Урмандан ҡайтҡанда, ошо үләнде мин дә бер аҙ йыйып алдым. Уның тураһында күберәк беләйем әле тип белешмәләрҙе аҡтара башлаһам, ул бер ниндәй ҙә боланут булып сыҡманы – мәтрүшкә икән дәбаһа!

Киләһе тапҡыр урманға фәҡәт ошо үлән өсөн барҙым, уны күп итеп йыйып, алып ҡайтып кип­тер­ҙем. Сәйгә ҡушып эсәбеҙ. Миңә ҡалһа, ул баш ауыртыуынан ары­нырға, нервыларҙы тыныслан­дырырға ла ярҙам итә.

Бер ваҡыт иһә тәнемдең ҡы­сытыуы баҫылғандай тойола башланы. Көҙгөнән тәнемде ҡараһам, псориаз бөткән тиерлек. Бер дарыу ҙа ҡулланманым, тик даими рә­үештә мәтрүшкә эстем. Шуның ғына ярҙамы тейгәндер, тип уйлайым.

Баш ауыртыуҙан, баш әйлә­неү­ҙән иһә эт ҡарағаты (паслен) емеш­тәре ярҙам итә. Ул баҡса ти­рә­ләрендә йыш осрай. Ҡара­ғатҡа оҡшаш емештәрҙе 20 минут самаһы ҡайнатырға кәрәк (бер стакан емеш­кә – бер литр һыу). Ошо ҡайнат­маны һыуытҡас, уға таҫтамалды манып еүешләргә һәм төнгөлөккө башты урап ятырға кәрәк. Төнәтмә менән башты йы­уырға ла мөмкин. Унан, сайҡамай ғына, башты таҫтамал менән урап торорға кәрәк. Был ғәмәлде көн дә башҡарырға була, еңеләйһә, айына бер тапҡыр эшләгәндә лә етә”, – тип яҙған уҡыусыбыҙ.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/bash-auyrtyu-an-yonsoy-inem/
Читайте нас: