Американың бер төркөм фән белгестәре ошо йәһәттән американдар һәм япондар араһында тикшеренеүҙәр үткәргән.
Асыҡланыуынса, алкоголизмдан яфаланған кешеләрҙең күбеһенең ҡаны икенсе төркөмгә ҡарай икән. Белгестәр уларға сама менән ҡыҙыл шарап ҡулланырға кәңәш итә: был саҡта организмға алкоголь яһаған эҙемтәләр аяныслы булмаҫ, ә самалап ҡулланған эсемлек холестерин төйөнсәләрен юҡҡа сығарырға һәм эсәк-ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшыртыуға булышлыҡ итер. Табип-диетолог Ольга Шмелева фекеренсә, ғөмүмән, аҡ һәм ҡыҙыл шәкәрһеҙ шараптар түбән калориялы булғанға, улар организмға башҡа иҫерткес эсемлектәр ише ҡаҡшатҡыс тәьҫир яһамай. Әлбиттә, сама белгәндә.
Һис шикһеҙ, белгестәрҙең был фекере хәҡиҡәт түгел, һәр кем үҙ һаулығы өсөн үҙе яуап бирә, ә алкоголле эсемлектәр менән мауығыуҙың туранан-тура упҡынға юл икәнлеген һәр кем белә.
Ҡандары беренсе төркөмгә ҡараған кешеләр иһә спиртлы эсемлектәр ҡулланыуға ҡарата иң тотороҡло һәм тотанаҡлы кешеләр булып сыҡҡан.
Эскелек менән мауығыуҙың сәбәптәрен асыҡларға тырышҡан ғалимдар шуны ла билдәләгән: ҡан төркөмө һәм алкоголь менән мауығыу араһындағы бәйләнешкә бөйөр өҫтө биҙҙәре эшмәкәрлегенең тәьҫир итеүе ихтимал, сөнки тап улар организмдағы глюкоза миҡдарын билдәләй.
Аныҡлабыраҡ әйткәндә, организм шәкәр дефицитын тойһа, төпкөл аң менән ошоно компенсацияларға маташа һәм кеше үҙе лә һиҙмәҫтән иҫерткес эсемлеккә үрелә. Унан тыш, стресс кисереү ҙә алкоголизмға килтереүе бар.
Күптән түгел иһә Швеция ғалимдары, алкоголдән бөтөнләй баш тартыу кеше ғүмерен 28 йылға оҙайтыуы ихтимал, тип белдергән. Швеция, Дания, Финляндияла йәшәгән эскеселәрҙең йәшәйешен 20 йыл буйы күҙәткәндән һуң, улар ошондай һығымта яһаған.