Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бына һиңә петрушка!

Күрер күҙгә ябай ғына тойолған үҫемлектең витаминдар хазинаһы булыуына хайран ҡалырлыҡ. Баҡсабыҙҙа үҫкән был тәмләткестә С витамины лимондағыға ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк, өҫтәүенә үҫемлек аҡһымына, тимергә һәм башҡа микроэлементтарға бай.

Уны салаттар, аш, ит блюдолары әҙерләгәндә өҫтәйҙәр. Ул ит ашауҙан баш тартҡан кешеләр өсөн файҙалы, сөнки унда аҡһым күп.
Ниңә уны петрушка тип атағандар икән? “Петр” – һүҙҙең тамыры, грек телендә “таш” тигәнде аңлата. Элгәре был тәмлекәс Грецияның тау-ташлы, ярлы тупрағында үҫкән. Уның йәшәргә тырышып, әрһеҙләшеп үҫеүен күреп, гректар уны petroselinon - таш сельдерейы тип атаған. Шуныһы ҡыҙыҡ, тәүҙә ул гректар өсөн ҡайғы, бәхетһеҙлек символы ролен үтәгән, уны ерләү церемонияһында гөлләмә итеп ҡулланғандар. Гректарҙа хатта шундай әйтем дә һаҡланған. “Уға петрушка ғына кәрәк хәҙер”, тип, ауырыу кешенең тиҙҙән ғүмере өҙөләсәгенә ишара яһағандар.
Рәсәйҙә петрушканы халыҡ медицинаһында әүҙем ҡулланалар. Һутын яраларҙы, бөжәктәр тешләгән ерҙәрҙе дауалау өсөн файҙаланалар. Ҡыҙҙар уны һипкелдән ҡотолоу, битте ағартыу сараһы итеп ҡуллана. Хәҙер уны белмәгән, яратмаған бер хужабикә лә юҡ.
Фото:Mrfilin.com
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: