Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Бик файҙалы эсемлек

Һуңғы йылдарҙа ғалимдар уның иммунитетты нығытыуын, ир-аттың ирлек ҡеүәтен көсәйтеүен дә иҫбатланы, был иһә уның "тере эсемлек" булыуына бәйле.Тулы текст сайтта:

Ҡымыҙҙың өҫтөнлөктәре ғәйәт күп. Мәҫәлән, ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта, нервы ҡуҙғығанда тынысландыра, аш һеңдереү ағзаларында, тын юлында, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһында сирҙәр күҙәтелгәндә алыштырғыһыҙ дауа.
Ҡымыҙҙың организмға тәьҫире ҡатмарлы һәм күп яҡлы. Дөрөҫ ҡулланған саҡта ҡымыҙҙың бик күп файҙаһы тейә. Уларҙың ҡайһы берҙәрен генә күрһәтәйек: бөтәһенән элек, ҡымыҙ бик туҡлыҡлы. Организмдың тиҙ үҙләштереүе яғынан ул башҡа бөтә һөт продукттары араһында иң беренсе урында тора. Бынан тыш, ҡымыҙ аҙыҡтың яҡшы үҙләштерелеүенә ярҙам итә, ашҡаҙандың эшен яҡшырта, аппетитты арттыра. Ҡымыҙҙа организмды нығытыу өсөн кәрәкле булған С витаминының күп булыуы һәм был яҡтан ҡымыҙҙың апельсин, лимон кеүек емештәргә тиң булғанлығын билдәләргә кәрәк. Хәлһеҙләнгән организмға көс керетеүҙә ҡымыҙ күпкә яҡшыраҡ. Ҡымыҙ менән дауаланғанда тотош организм нығый, мускулдарҙың көсө арта. Ҡымыҙҙың ҡан составына яҡшы тәьҫир итеүе, организмда матдәләр алмашыныу эшен яҡшыртыуы, ауырыу кешеләрҙең нервылар системаһын сыныҡтырыуы тураһында мәғлүмәттәр бар.
Һуңғы йылдарҙа ғалимдар ҡымыҙҙың иммунитетты нығытыуын, ир-аттың ирлек ҡеүәтен көсәйтеүен дә иҫбатланы, был иһә уның "тере эсемлек" булыуына бәйле. Биоактив матдәләргә, В, РВ, С, А, Е төркөмө витаминдарына бай. Күреүебеҙсә, батырҙар эсемлеге тигән даны юҡҡа түгел: файҙаһы ла ҙур, шифалы ла.
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Bik-fay-ali-esemlek-797367/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: