Тауыҡ йомортҡаһының ҡабығын йыуып, һыуҙа ҡайнатып (салманелла булмаһын өсөн), киптереп, кофемолканан порошок яһарға. Шул порошокты иртә менән бер сәй ҡалағы күләмендә сынаяҡҡа һалып, уға лимон һуты тамыҙып, биш минут тоторға, русса әйткәндә "известканы гасить" итеү була, ул шыжлап тора. Шуға кибеттән алған ҡуйы ҡатыҡ һалып, болғатып ас ҡарынға эсергә.