Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Дүрт кешелә ҡурҡыныс сир табылған

Уҙған аҙнала Башҡортостанда геморрагик биҙгәк менән дүрт кешенең сирләп китеүе теркәлгән.

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә “Роспотребнадзор” идаралығы етәксеһе Анна Казак доклад менән сығыш яһап, аҙна дауамындағы эпидемиологик хәлдәр менән таныштырҙы.

Уҙған аҙнала Башҡортостанда геморрагик биҙгәк менән дүрт кешенең сирләп китеүе теркәлгән.
– Быйыл кимереүселәр һаны күп һәм быға бөтә граждандарҙың иғтибарын йәлеп итәбеҙ. Йыл һайын беҙ кешеләрҙе һәм эшҡыуарҙарҙы был йәһәттән махсус эштәр башҡарыу кәрәклеге тураһында киҫәтәбеҙ. Кимереүселәр биналарға инмәһен өсөн саралар кәрәк. Сысҡан биҙгәге – бик алама сир, уға юл ҡуймау яҡшы, - тине ул.

Бынан тыш, әле талпандарҙың әүҙем миҙгеле. Аҙна һайын был проблема менән мөрәжәғәт иткәндәр һаны ла арта. Бөгөнгә республиканың медицина ойошмаларына 1015 кеше мөрәжәғәт иткән.
– Тикшереүҙәр даими үткәрелеп тора. Талпандарҙы тикшереп, шул асыҡланды: уларҙың 0,5 проценты вируслы энцефалет, 18,8 проценты боррелиоз менән зарарланған. Талпандарҙағы боррелийҙар кешелә Лайм сиренә килтерә, – тине Анна Казак.

Әлегә республикала вируслы энцефалит һәм Лайм сире менән ауырығандар теркәлмәгән. Башҡортостанда талпандарҙан иҫкәртеү маҡсатында – 1700 гектар, Өфөлә 800 гектар ер эшкәртелгән.

Фото: kidbooms.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: