Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Һолонан файҙалы һөт

"Һыйырың дә кәрәкмәй", - ти ҡайһы берәүҙәр. Шулаймы икән?Тулы текст сайтта:

Баҡтиһәң, һоло яҫмығынан (овсяные хлопья) бынамын тигән һөт килеп сыға икән. Ул организм өсөн файҙалы булыуы менән бер рәттән, бик тәмле лә килеп сыға. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр, һыйырың да кәрәкмәй, тип ебәрә хатта, был һөттө тәмләгәс. Быныһы шаяртыу, әлбиттә. Шулай ҙа эшләп ҡарайыҡ әле, дуҫтар.
Бер стакан һоло яҫмығын дүрт стакан ҡайнатып һыуытылған һыуға һалабыҙ. Бер нисә сәғәткә ултыртып ҡуябыҙ, төнгөлөккә ҡалдырһаң бигерәк тә һәйбәт. Һоло бүрткәс, блендер менән яҡшылап иҙәбеҙ. Килеп сыҡҡан массаны артабан иләк аша һөҙөргә кәрәк. Шулай итеп, һөтөбөҙ әҙер. Ә һөҙгәндән ҡалған апраһын да әрмә итмәй, ҡамырға ҡушып ебәрергә мөмкин.
Тәмле һоло һөтөнә саҡ ҡына шәкәр йә финик емеше ҡушып эсергә лә мөмкин. Уға какао һалып ҡайнатһаң бигерәк тә шәп, шулай уҡ төрлө бутҡалар бешергәндә лә ҡулланып була.
Фото pixabay.com
Автор: Миләүшә Сайтакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/olonan-fay-ali--t-793938/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: