Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Ҡан тамырҙарын нисек таҙартырға?

Туҡранбаштың төнәтәмәһе лә, ҡайнатмаһы ла белеп тотонғанда бик файҙалы...

Ҡан тамырҙарын таҙартыуҙа иң тәьҫирле үлән – клевер. Уны халыҡ туҡранбаш тип тә йөрөтә. Был файҙалы үләндә А,В,Е витаминдары бар, улар ҡан тамырҙары тиресәһендәге ултырмаларҙы иретә, өҫтәүенә лимфа төйөндәрен яҡшы таҙарта. Клеверҙан яһалған спирт төнәтмәһен сәйгә өҫтәргә мөмкин. Үлән атеросклероз үҫешен аҡрынайта, тамырҙарҙы нығыта, уларҙың һыныусанлығын кәметә, ҡан баҫымын түбәнәйтә.
Файҙалы эсемлекте һыуҙа ла әҙерләп була. Үләндең баштарын йыйып алып, ҡайнатма яһайҙар.
Әнис орлоҡтары ла ҡан тамырҙарын таҙартыуҙа яҡшы сара, варикозды кәметә, ҡан әйләнешен яҡшырта. Ҡайнатмаһын әҙерләү ауыр түгел. Бер литр ҡайнар һыуҙы бер ҡалаҡ әнис орлоҡтары һалынған һауытҡа ҡойоп, таҫтамалға төрөп, 15 минутҡа төнәтергә ҡуйығыҙ. Аҙлап ҡына көн дауамында эсегеҙ.
Фото:Coream.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/an-tamir-arin-nisek-ta-artir-a-793895/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: