Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Дуҫ та, дошман да булыуы мөмкин...

Күп кенә кеше витамин һәм минералдар ҡабул итергә ярата. Йәнәһе, уларҙы аҙлап ҡулланыу сәләмәтлекте һаҡлауға һәм организмдың эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә. Ләкин... Тулы текст сайтта

Ғәмәлдә бөтә кәрәкле матдәләрҙе аҙыҡ менән бергә алабыҙ, тик туҡланыу балансланған һәм төрләндерелгән булырға тейеш.

Шулай ҙа ҡайһы саҡта махсус өҫтәмәләр – минераль комплекслы поливитаминдар һәм витаминдар ҡулланырға кәрәк. Ә уларҙы самаһыҙ ҡулланыу зыян ғына килтереүе ихтимал. Күләмен бары табип ҡына билдәләй ала.

Күптәрҙең уйлауынса, авитаминоз – ул организмға витаминдарҙың етешмәүе. Был дөрөҫлөккә тап килеп етмәй, ни өсөн тигәндә, ғәмәлдә кеше организмы бер микро- йәки макроэлементҡа ғына ҡытлыҡ кисерә. Хәҙерге заманда туҡланыуҙы ярлы тип әйтеп булмай, йыл әйләнәһенә өҫтәлдәрҙән ит, май, һөт ризыҡтары, йәшелсә, емеш-еләк, сәтләүек һәм башҡа файҙалы аҙыҡтар өҙөлмәй. Авитаминоз – ул организм эшмәкәрлеге өсөн бик ҙур хәүеф тыуҙырған витаминдар йәки минералдар етешмәүе, ти белгестәр.

Сәбәптәре түбәндәгесә: насар туҡланыу, витаминдарҙы үҙләштереүгә ҡамасаулаған ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәре, матдәләр алмашыныуының боҙолоуы. Йөклөлөк осоронда файҙалы матдәләр, мәҫәлән, фолий кислотаһы һәм В12 витамины етешмәгәндә, кеше үҙендә даими арыу-талсығыу тоя, хәтере һәм иғтибары тарҡаулана, ҡуҙғыусанға әүерелә, аппетиты юғала.

Әгәр ҙә хәүеф төркөмөндә торһағыҙ, насар туҡланһағыҙ, сәләмәт тормош алып бармаһағыҙ, витаминдар ҡулланырға кәрәк. Был осраҡта ла үҙ белдегең менән витамин эсергә ярамай, табип менән мотлаҡ кәңәшләшергә кәрәк.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/794439
Читайте нас: