Һалҡын тейеүҙе ваҡытында һәм дөрөҫ дауалай башлағанда ике көндә һауығырға мөмкин, тип иҫәпләй табиптар. Әгәр ҙә сирҙе былай ғына үткәреп ебәрергә уйлайһығыҙ икән, оҙаҡ ауыраясаҡһығыҙ, юғары температура һәм өҙлөгөүҙәрҙән йонсоясаҡһығыҙ.
Дарыуҙарҙы ҡуллана белмәү ҙә яҡшыға илтмәй. Сирҙән ҡотолоу өсөн ҡулға эләккән төрлөһөн эсергә әҙербеҙ. Әгәр кеше ике дарыуҙы бер юлы ҡулланһа, уларҙың үҙ-ара кире тәьҫире 10 процентҡа, өс дарыуҙы эскәндә 50 процентҡа артыуы билдәле. Рекламаға иғтибар итмәгеҙ, күп препараттар сирҙе дауаламай, ә уның ҡайһы бер билдәләрен генә бөтөрә. Ни тиклем аҙыраҡ дарыу ҡулланаһығыҙ, дауа шул тиклем хәүефһеҙерәк һәм арзаныраҡ. Табип менән кәңәшләшеү ҡамасауламаҫ, үҙ белдегең менән дауаланыу һәр ваҡытта ла яҡшыға килтермәй.
Ә һеҙ дарыуҙарҙың күрһәтмәһен ентекләп уҡыйһығыҙмы? Препараттың кире тәьҫирен белмәү, дозаны күҙәтмәү арҡаһында сәләмәтлеккә зыян килтереүегеҙ бар, тәнгә сабыртма сығыуы, тиренең түҙеп торғоһоҙ ҡысытыуы ихтимал. Астматиктарға аспирин һәм анальгин ҡулланырға ярамағанын иҫтә тотоғоҙ, уларҙың ҡурылдайҙа спазм барлыҡҡа килтереүе мөмкин, тип иҫкәртә табиптар. Ә бауыры сирлеләргә парацетамол эсергә кәңәш ителмәй. Антибиотиктарҙы бары табип ҡына тәғәйенләй ала! Был алтын ҡағиҙәне күҙәтмәүҙең сәләмәтлекте ҡаҡшатыуы мөмкин.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/794449