Бөтә яңылыҡтар

Һөйәлдәрҙе бөтөрәм тиһәгеҙ...

Һөйәл – йәмһеҙ күренеш. Уның төрҙәре бихисап, һәм ул бер кемде лә биҙәмәй. Әммә һөйәлдән ҡотолоу юлдары бар. Интернет сығанаҡтарында, таныштар араһында ошондай халыҡ рецептары таптыҡ. Уларға таянып, түбәндәге кәңәштәрҙе тәҡдим итәбеҙ.

Йыш ҡына йәйгә табан ҡул һәм аяҡ тирәһендә һөйәлдәр барлыҡҡа килә, улар ваҡ йә эре булып тирене ҡаплап ала. Беренсенән, был матур түгел, икенсенән, ауырта, ҡамасаулай ҙа. Ҡайһы саҡта эләгеп ҡанап китһәләр, түҙ генә!
Шунда ирекһеҙҙән борон-борондан килгән, халыҡ араһында киң таралған ысулдар иҫкә төшә. Тик уға ышаныусылар был әмәлде еренә еткереп үтәргә ҡуша.
Шулай итеп, яңы ай тыуғас, беренсе көнөндә сөйәл үләнен (чистотел) өҙөргә кәрәк. Ә икенсе төндә, күктә айҙың нәҙек кенә урағы күренеү менән, ошо үләндең һутын барлыҡ һөйәлдәргә һөртөп сығырға кәрәк. Ошо ваҡытта белгән дауа доғаларын уҡыһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ.
Тағы бер ысул иҫке картуф менән бәйле. Уны яртыға бүлеп, бер яртыһы менән һөйәлдәрҙе ышҡырға кәрәк. Икенсе яртыһын утта яндырығыҙ. Ә һөйәлдәрҙе ышҡығанын тиреҫ аҫтына күмегеҙ, ул үҫерлек булмаһын, ә сереһен. Доғаларҙы онотмағыҙ. Белгән кешеләр әйтеүенсә, картуф сереү менән һөйәлдәр ҙә бөтәсәк.
Ябайҙарынан бигерәк, аяҡ табанына һәм устарға сыҡҡаны, ваҡ тамырсыҡтары өҫкә ҡалҡып торғандары бигерәк тә яман: баҫҡанда йә әйбер тотҡанда бигерәк ауырта! Уларҙың таралып торған тамыры тире эсендә була.
Был бик тә күңелһеҙ күренештән ҡотолоу сараһы бар. Ошондай ҡатнашма әҙерләргә кәрәк: бер һарымһаҡ өлөшсәһен иҙегеҙ, бер балғалаҡ уксус эссенцияһын алығыҙ, семтем он ҡушып, уртаса шыйыҡлыҡтағы ҡамыр эшләгеҙ. Лейкопластырҙа һөйәл ҙурлығында тишек яһағыҙ, әммә радиусы ярты сантиметрға ҙурыраҡ булһын. Ошо тишеккә әҙерләгән ҡамырҙы һалығыҙ, өҫтөнә тағы пластырь йәбештерегеҙ һәм бинт менән урағыҙ.
Ике-өс көн ошолай йөрөгәндән һуң, сисһәгеҙ, һөйәл пластырь менән бергә сығырға тейеш. Ярҙам итмәй икән, тағы берҙе ҡабатлағыҙ. Һөйәл урынында ауыртып торған тишек барлыҡҡа килер, уға Вишневский майы һөртөлгән бинт япһағыҙ, бер нисә көндән уңалыр.
Сәләмәт булығыҙ! Әммә бар осраҡтарҙа ла табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/y-ld-r-e-b-t-r-m-ti-ge-789187/
Фото: psormak.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в