Даирә
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

"Балалар онкологияһы үҙәге тормошомдо тамырынан үҙгәртте"

Был һүҙҙәр йөрәккә уҡтай ҡаҙалды, егерме биш йылдан ашыу бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән иң яҡын кешеңдең хыянатын ситтәрҙән ишетеү бик ауыр икән, ғәрлек... Шулай ҙа үҙемде ҡулға алып, иремә шылтыратырға көс таптым:

- Әминә, шул диетаңды онот әле, һаулығыңды бөтөрәһең бит, - тип минең ябығырға тырышҡанымды, аш-һыуҙа үҙемде сикләгәнемде күреп ялбара ирем Ғәзиз. – Мин һине былай ҙа яратам...
"Ниңә ауыр күтәрәһең, миңә әйтһәң булмаймы?" - тип эргәмә йүгереп килеп, ҡулымдан тулы һыулы биҙрәләремде тартып ала. Эштән шылтыратып, хәлемде белешергә, көндөң һалҡынлығын киҫәтеп, йылыраҡ кейенергә кәрәклекте лә оноттормай.
Ә ошо көнгә тиклем ниндәй ваҡиғалар аша үткәнде онотоу мөмкин түгел шул...
“Йүнле кеше урамда танышмай”, тиһәләр ҙә, беҙ автобус туҡталышында осраштыҡ, бер йылға яҡын дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғына өйләнештек. Бер кемдән дә кәм булып йәшәмәнек, бына тигән ике ул үҫтерҙек. Шаян да, матур ҙа, уңған да инем, тик ике тиҫтәнән ашыу иңде-иңгә терәп йәшәгәндән һуң, көтмәгәндә Ғәзиздең ғаиләнән китеүе аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай булды. Был ваҡытта аяҡҡа ныҡлап баҫҡайныҡ инде, ирем ябай зшсенән фирма етәксеһенә тиклем күтәрелде, иркен йорт һалып индек, малайҙарҙы өйләндерҙек. Уландарыбыҙ атай-әсәйгә, туғандарыбыҙға хөрмәтле, ярҙамсыл була белде. Ә ейәнсәребеҙҙең тыуыуы ғаиләбеҙгә өр-яңы шатлыҡ алып килде. Өлкән улыбыҙ кескәй Әлиәне ял көнө беҙгә килтерһә, мин кухняла тәмле-татлы ризыҡтар әҙерләү менән булышам, олаталары көнө буйы ейәнсәре менән мәж килә, бергәләп уйнайҙар, урамда йөрөйҙәр.
Тик ялдарҙың береһендә ирем, эше күплегенә һылтанып, бөгөн ейәнсәре менән аралаша алмауына үкенес белдерҙе. “Әминә, бөгөн төнһөҙ ҡайтып та булмаҫ, эштә – аврал, бәлки, ҡаланың бер осонан икенсеһенә ваҡыт әрәм итеп йөрөмәҫ өсөн атайымда ҡунырға ла тура килер. Бөтәһе лә йығылып ятып эшләгәндә, өйҙә һине һаҡлап ултырайыммы?” - тип ҡаты ғына киҫәткәс, аптырауымдың сиге булманы. Ул үҙенең алдашырға тырышыуынан уңайһыҙлана, хатта асыуы килеүен, ярһыуын тоям. Нимәнелер әйтеп еткермәй - иғтибарлы ҡатын-ҡыҙ иренең холҡондағы бындай үҙгәреште һиҙмәй ҡалмай ул.
Нисек кенә тыныс булырға тырышһам да, күңел урынында түгел. Кискеһен машина менән иремдең эшенә киттем. Һиҙенеүем дөрөҫкә сыҡты: фирмала эт тә юҡ, бары ҡарауылсы ҡатыны менән сәй эсеп ултыра. “Моғайын, Ғәзиз ағай объектҡа киткәндер”, - тип тынысландырҙылар. Бинанан сығып та өлгөрмәнем, теге ҡатындың ирен әрләгәне ҡолаҡҡа салынды: ”Һин дә мине иҫәргә һанайһыңмы? Ҡара уны, миңә алмаш тапһаң, мәсхәрәгә ҡалдырма, шунда уҡ киҫәт! Бөтә ҡала халҡы күптән белә, ә ул, әҙәм көлдөрөп, ирен эҙләп йөрөй...”
Был һүҙҙәр йөрәккә уҡтай ҡаҙалды, егерме биш йылдан ашыу бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән иң яҡын кешеңдең хыянатын ситтәрҙән ишетеү бик ауыр икән, ғәрлек... Шулай ҙа үҙемде ҡулға алып, иремә шылтыратырға көс таптым:
- Ғәзиз, беҙгә һөйләшергә кәрәк, тиҙерәк ҡайт...
- Минең эштә икәнде беләһең бит...
- Һинең офис ҡапҡаһы янында торам! Ирме һин, сепрәкме, Ғәзиз!
Тимерҙәй һалҡын тауыш уға тәьҫир итте, күрәһең, хәҙер үк өйгә ҡайтасағын белдерҙе. Аңлашыу ҡыҫҡа булды: ул йәһәт кенә сумаҙанын йыйып, йәшерен ғаиләһенә китергә ашыҡты. Әйтешеүҙән, илауҙан, үҙеңде йәлләтеүҙән файҙа юҡ, бөртөклөп ҡорған донъям бер минутта емерелеп төштө, иң ныҡ ышанған, таянған кешеһеҙ тороп ҡалдым. Ул ваҡыттағы хәлемде һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Улдарымды йыуатырға тырышам, “атайығыҙ һеҙҙе ташламаны, ә минән китте, мәрхәмәтһеҙ булмағыҙ”, тим.
Көн артынан көн үтте, һиҙелерлек ябыҡтым, ҡартайғанымды тоям, үҙемә иғтибарҙы кәметтем, донъяның ҡыҙығы ҡалманы. Бер саҡ әхирәтем Мәрйәм миңә ысынлап тороп асыуланды: ”Был ни эш, Әминә? Күпме ул йүнһеҙ ирҙе уйлап һарыға һабышып ултырырға мөмкин? Әйҙә, кейен!” – тип мине ашыҡтыра башланы.
Ул мине үҙе эшләгән балалар онкологияһы үҙәгенә алып килде. Үҙемде бөтөнләй башҡа планетаға эләккәндәй тойҙом. Ялтыр башлы, пеләш сабыйҙар йүгерешә, эргәләрендә йәш кенә әсәләр улар менән уйнай, ҡулдарында күтәреп йөрөтә...
- Бына был, исмаһам, оло ҡайғы! Ә һин нимәгә үҙеңде бөтөрәһең? - тип ҡәтғи ҡараш ташланы Мәрйәм...
Ысынлап та, был үҙәк минең тормошомдо тамырынан үҙгәртте. Ошо сабыйҙарҙың хәлен аҙ ғына булһа ла еңеләйтеү, операциялар үткәреү өсөн спонсорҙар эҙләү менән шөғөлләнә башланым. Киренән шатланырға, йылмайырға өйрәндем: бәхеткә күрә, һөйөнөслө ваҡиғалар аҙ булманы.
8 Март байрамы алдынан табын әҙерләгәндә ишектең яй ғына шығырҙағанын һиҙеп: ”Улым, килеп еттегеҙме? Үтегеҙ, үт, ҡулдарым ҡамырҙа, хәҙер”, - тиеүемә, алдыма инде онотола яҙған иремдең килеп баҫыуын күреп, ҡаттым да ҡалдым. Элекке Ғәзиз түгел инде: йонсоған, ҡартая төшкән, иҫкергән пальтола, ҡараштары һүнгән. Ун йыл аҙ ғүмер түгел шул, үҙгәрерһең дә... ”Мөмкинме, Әминә?” - тип өндәште. Юҡ, мин иремдең әйләнеп ҡайтыуына бер ҡасан да иҫәп тотманым. Тик ул - балаларымдың атаһы, килерлек булғас, тимәк, ярҙам кәрәк, тип уйланым.
- Үҙең ҡара, өй бит уртаҡ, - тинем дә сығып киттем.
Һәм шул көндән ирем менән бер йортта йәшәйбеҙ. Мине һәр яҡлап иғтибарға күмде. Ғәфү үтенә.Төпсөнөргә, ниңә бындай көнгә төшөүен һорашырға теләгем бөтөнләй юҡ. Мине бер генә мәсьәлә борсой: ғәфү итергәме уны, юҡмы? Ғәфү итһәм, әлеге тыныс тормошомдоң аҫты өҫкә килеүе бар. Һуңлабыраҡ ҡайтһа, “теге”нең янына киткәндер, тип шикләнеүем көсәйеүе ихтимал. “Ашың тоҙло булған”, тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерһә, “оҡшамаһа, йәш ҡатының бешереп ашатһын”, тип сәнстереп алыуым да мөмкин. Һәр уңайлы ваҡытта уның хыянат итеүен иҫенә төшөрөп тормау, йәненә теймәү өсөн ихтыярым, аҡылым етерме, тип икеләнәм. Һаман да уйланам, хәл итергә ваҡыт еткәнлеген беләм, тик йөрьәт итә алмайым...
Фото: greatsvadba.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: