Танау тоноу ҡурҡыныс сирҙәрҙең билдәһе булыуы ихтимал. Шуға был проблемаға етди иғтибар талап ителә.
Табип-отоларинголог, Сеченов исемендәге Мәскәү дәүләт медицина университеты профессоры Юрий Ульянов әйтеүенсә, ваҡытында дауаланмаған танау тоноуы бик ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
Белгес әйтеүенсә, танау кеше һулаған һауаны йылытырға һәм еүешләргә тейеш, бының өсөн ағза эсендә махсус ҡыуышлыҡтар бар.
Әммә ошо ҡыуышлыҡтар елһенеп тонған саҡта, танау функцияһын үтәмәй, тора бара был елһенеү процесы ҡатмарлы сиргә – синуситҡа килтерә.
Ульянов фекеренсә, ваҡытында дауаламаған сир мейегә тиклем барып етеүе бар, ул саҡта кеше ғүмерен ашығыс рәүештә ҡотҡарырға тура киләсәк. Ғөмүмән, тип белдерә профессор, танау ҡыуышлыҡтары кеше башының ҙур өлөшөн алып тора, шуға ла баш ауырытыуҙары яфалағанда танау торошон тикшереү мотлаҡ.