Даирә
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ҡан баҫымын дарыуһыҙ төшөрөүҙең төп 4 ысулы

Үҙҙәренең ҡан баҫымы юғары булғанды белеп йәшәүселәр, йө­рәктәренә һәм ҡан тамырҙарына көс килмәһен өсөн, баҫымды төшөрә торған дарыуҙы даими эсә. Ләкин дарыу ҡул аҫтында булмаған осракта ни эшләргә? Баҫымды дарыуһыҙ да төшөреп була икән.

  1. АБны дөрөҫ итеп үлсәргә. Үлсәгәндә ебәрелгән хаталар һөҙөмтәне 70 берәмлеккә тиклем арттырырға мөмкин:

    – әгәр баҫымды кейем аша үлсәһәгеҙ, етмәһә ул ҡалын да булһа, тонометр терекөмеш баға­наһының (т.б.) 40 миллиметрына тиклем арттырып күрһәтәсәк;
    – манжет кейгән ҡулығыҙ өҫтәл өҫтөндә ятмайынса һалынып торһа, т.б. 10 миллиметры өҫтәлә;
    – үлсәгәндә, кәүҙәгеҙҙе ҡатырып, көсөргәнешле халәттә ултырһағыҙ – плюс т.б. 10 миллиметры;
    – һөйләшһәгеҙ – плюс 15 мм;
    – аяҡты аяҡҡа атландырып ултырыу 8 миллиметрны өҫтәй, сөн­ки аяктарҙа ҡан йөрөшө боҙола;
    – манжет терһәк бөгөлө­шөн­нән 2-3 см өҫтәрәк булырға һәм бик ҡыҫып тормаҫҡа тейеш;
    – баҫымды бәүел ҡыуығы тулған һәм бәҙрәфкә барғы килгән ваҡытта үлсәһәгеҙ, таблолағы күр­һәткес т.б. 15 миллиметрына ар­тыҡ буласаҡ.

    Тонометр манжетын кей­гән­дә, уңайлы итеп ултырығыҙ, мус­кулдарығыҙҙы йомшартығыҙ ҙа Бер нисә минут көтөгеҙ. Һуңынан үлсәй башларға ла була. Ошоларҙы иҫтә тотоп, дөрөҫ үлсәнгән АБ норманан әллә ни артыҡ та булмаҫҡа мөмкин.

    2. Йылы ваннаға (тик ҡайнар түгел!) керергә. Йылы һыуҙа ҡан тамырҙары киңәйә һәм АБ яҡынса т.б. 10 – 15 миллиметрына төшә.

    3. Тиҙ-тиҙ атлап йөрөп ки­лергә. Ҡыҙыу йөрөү ҡан баҫымын 10-20 миллиметрға төшөрә.

    4. Организмды кислородтан мәхрүм итәргә. АБны тө­ше­рөү өсөн, бейек тауға уҡ менергә кәрәкмәҫ, әлбиттә. Кислород ҡытлығын (гипоксия) тигеҙ ерҙә лә тоярға була. Гипоксикатор тип аталыусы махсус приборҙы Бер кем дә үҙе менән йөрөтмәйҙер, моғайын. Ә бына целлофан йәки ҡағыҙ пакет яныгыҙҙа булмай ҡалмаҫ. Ауыҙ-танауҙы ҡапларлыҡ итеп, пакетты битегеҙгә ҡуйығыҙ ҙа һулышығыҙҙы пакет эсенә сығарығыҙ. Һуңынан пакеттағы һауаны һулағыҙ. Билдәле булыуынса, һулап сығарған һауала углекислый газ күп. Ки­ренән шул һауаны һулағач, углекислый газ ҡан тамырҙарын ки­ңәй­тә. Артериаль басым кәмей.
  2. Авыл хатыны төркөмөнән
    Читайте нас