Даирә
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Онкологик сирлеләрҙе дауалау тәртибе үҙгәрә

Апрелдән башлап онкологик сирлеләргә медицина ярҙамы күрһәтеү тәртибе үҙгәрҙе.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы раҫлаған документ буйынса, сирлеләргә медицина ярҙамы, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, берҙәм стандарттар буйынса күрһәтеләсәк, диагностика менән дауаланыу араһында бәйләнеш тәьмин ителергә тейеш. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Андрей Каприндың “Российская газета” баҫмаһына биргән яуабы менән танышайыҡ:
- 2018 йылдан илдә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының онкологик сирҙәр менән көрәш буйынса федераль проекты ла эш башланы. Бик етди бурыс ҡуйылды: 2024 йылға яман шештәрҙән үлем күрһәткесен 100 мең кешегә 185 осраҡҡа тиклем кәметергә тейешбеҙ. Быны бер шартты үтәгәндә генә тормошҡа ашырып буласаҡ: онкологик ярҙам сифатлы һәм унан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеге булырға тейеш. Һуңғы йылдарҙа бындай ярҙамдың өс этаплы системаһы төҙөлә, был кешенең ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, тейешле ярҙамды алыуға мөмкинлеген бирәсәк. Һуңғы ике йылда ғына илдең 72 төбәгендә 280-дән ашыу амбулатор онкологик ярҙам үҙәге барлыҡҡа килде.
Пациенттар өсөн сиргә шик тыуғандан һуң махсус дауа алыуға һәм реабилитациялауға тиклемге арала тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү дәүләт гарантияларына ярашлы алып барылыуы бик мөһим. Һәр ауырыуҙың тарихы, дауалау барышы асыҡ күренеп тора. Шулай уҡ пациент федераль медицина үҙәктәрендә юғары технологиялы ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Ул бында онкологик консилиум ҡарары йәки үҙенең теләге менән мөрәжәғәт итә ала. Был тәү сиратта медицина ярҙамының юғары технологиялы төрҙәренә, ҡатмарлы хирургия, нур терапияһына ҡағыла. Ярҙамдың күп төрҙәре төбәктәрҙә лә яҡшы үҙләштерелгән, уңышлы тормошҡа ашырыла.
Яңы тәртип буйынса федераль үҙәккә үҙ аллы мөрәжәғәт итергә мөмкин, бының өсөн диагнозды раҫлаған лаборатор, технологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе һәм махсус ярҙамға мохтажлыҡты билдәләгән күрһәткестәр кәрәк. Беҙҙә хәҙер федераль үҙәк белгестәренең кәңәшен телемедицина ярҙамында алыу мөмкинлеге лә бар. Ай һайын 600-гә яҡын консилиум үткәрәбеҙ. Әгәр үҙәктә дауаланыуҙың мөһим икәнлеген күрһәк, пациентты үҙебеҙгә саҡырабыҙ, бер кемдән дә баш тартмайбыҙ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас