Даирә
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
26 Апрель 2021, 11:27

Йод етешмәһә, сирҙәр баш ҡалҡыта...

Донъяның билдәле ғалимдары тикшеренеүҙәр барышында йодты тейешле кимәлдә ҡулланмауҙың йөклөлөк ваҡытында ауырыуҙарға килтереү ихтималлығын иҫбатлаған. Был хаҡта “Известия” гәзите хәбәр итә.

Кеше вегетарианлыҡ диетаһы менән мауыҡҡанда организмда йодҡа ҡытлыҡ барлыҡҡа килә. Ит ашауҙан баш тартҡан кешеләрҙә йод кимәле бер нисә тапҡырға кәмей. Был хәл тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә раҫланған. Донъяла ике миллиардҡа яҡын кешенең йод етешмәүҙән төрлө сирҙәргә дусар булыуы билдәле.
Йод икмәктә, йомортҡала, дингеҙ аҙыҡтарында, һөттә һәм йодландырылған тоҙҙа бар. Организмға йод етешмәгәндә, табип составында йод булған биологик өҫтәмәләр тәғәйенләй ала. Белгестәрҙең әйтеүенсә, көн һайын йодты 50 мкг-дан аҙыраҡ ҡабул иткәндә, был матдәнең ҡытлығы менән бәйле төрлө сирҙәргә юлығыу ихтималлығы көсәйә. Шуға күрә “мода”ға ингән диеталар менән мауыҡҡанда, уларҙың сәләмәтлегегеҙгә зыян килтереү мөмкинлеген дә күҙ уңында тотоғоҙ.
Фото:Bimmunal-iod.ru

Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас