Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
26 Апрель 2021, 16:09

“Дөгө терапияһы” - организмды дөгө менән таҙартыу

Был методиканы ҡулланғанда, кешегә нисә йәш булыуына ҡарап ,шул тиклем ҡалаҡ дөгө алына ( 50 йәш икән - 50 аш ҡалағы түңәрәк дөгө кәрәк).

“Дөгө терапияһы" быуындары ауыртҡан кешеләр өсөн файҙалы. Организмды тоҙҙарҙан, шлактарҙан таҙартыуҙың иң ябай ысулы. Матдәләр алмашыныуын, бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта, токсиндарҙы сығара, артыҡ тән ауырлығынан ҡотолорға ярҙам итә.
Был методиканы ҡулланғанда, кешегә нисә йәш булыуына ҡарап ,шул тиклем ҡалаҡ дөгө алына ( 50 йәш икән - 50 аш ҡалағы түңәрәк дөгө кәрәк).

Дөгөнө йыуып, банкаға һалырға һәм өҫтөнә ҡайнап һыуынған һыу һалып, ҡапҡас менән ҡаплап һыуытҡысҡа ҡуярға.
Иртән һыуын түгеп, бер ҡалаҡ дөгөнө тоҙһоҙ 3-4 минут бешерергә. Иртән ас ҡарынға ашарға. Ошо иртәнге аш була.
Ҡалған дөгөгә тағы ла ҡайнап һыуынған һыу һалып, һыуытҡысҡа ҡуярға. Һәм шулай дөгө бөткәнсе ҡабатларға.
Дөгөнө ашағас 3 сәғәт буйына бер нимә лә ашамаҫҡа һәм эсмәҫкә. (Алдан ярты сәғәт ҡала бер стакан һыу эсәргә була.) Көн буйына ғәҙәттәгесә туҡланаһығыз, әммә тоҙло, артык баллы һәм майлы ризыҡтар ашамаҫҡа тырышығыз.

Был терапия оҙаҡҡа һуҙыла торған процедура. Организмдан кәрәкле тоҙҙар ҙа сыға. Шуның өсөн дөгө менән таҙарынған ваҡытта йөрәк өсөн бик кәрәкле калийға бай ризыҡтар ҡулланырға кәрәк ( йөҙөм, күрәгә, бәрәңге, инжир)
Ошолай таҙарыныуҙы ике йылға бер тапҡыр ғына ҡабатларға ярый.
"Авыл хатыны" төркөмөнән
Читайте нас