Яҡташыбыҙ Занзибарға (Көнсығыш Африка) ял итергә барған саҡта тропик малярияның иң ауыр формаһын йоҡторған. Сир ул ял итеп ҡайтып, бер ни тиклем ваҡыт үткәс үҙен белдергән һәм ул вафат булған.
Министрлыҡ мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда һуңғы ике йылда малярия менән сирләгәндәр теркәлмәгән. Ә бына 2018 йылда ике осраҡта был сир ситтән ингән: Һиндостан менән Нигерия республикаһынан.
Билдәле булыуынса, малярия инфекциялы сир, ул кешегә “малярия серекәйе” тешләүҙән йоға. Уның иң ауыр төрө – тропик малярия. Уны һуң асыҡлаһаң, дауа ярҙам итмәйәсәк һәм кешенең үлеүе ихтимал. Сирлеләрҙең 40 проценты үлә.
Йыл һайын донъяла малярия менән 100 миллиондан 300 миллионға тиклем кеше сирләй, уларҙың 90 проценты тропик Африкала. Бында сирҙән бер миллион самаһы кеше һәләк була. Рәсәйгә малярия Африка, Көньяҡ-көнсығыш Азия, Көньяҡ Америка аша инә.
Күренеүенсә, һәр осраҡта ла һаҡ булырға һәм ғүмерҙе хәүефкә тарттырмаҫҡа кәрәк. Бындай илдәргә йыйынған саҡта махсус препараттар эсергә, серекәйҙән һаҡланыу саралары күреү шарт.
Фото: sci-news.ru
Автор: Альфия Мингалиева.