Беренсе хата
Бит тиреһен мицелляр һыу менән генә таҙартыу
Битте тулыһынса таҙартыу өсөн көн һайын өс төрлө косметологик сара ҡулланыу зарур. Мицелляр һыу макияждан, токсиндарҙан арындыра. Бит йыуыу өсөн гель тирене тағы ла яҡшыраҡ таҙарта, сафландыра. Ә тониктағы үлән һыуындағы антиоксиданттар эпидермистың өҫкө ҡатламына үтеп кергән ирекле радикалдарҙы үҙ-ара бәйләп сығара. Былай эшләгәндә һөрткән кремдың тәьҫире арта.
Икенсе хата
Битте көнөнә бер тапҡыр ғына йыуыу
Бит тиреһен иртән дә, кисен дә таҙартырға кәрәк. Иртән төнгө крем ҡалдыҡтарын йыуып алыу өсөн гель, тоник ҡулланыу мөһим. Кисен үрҙә яҙылған өс этаплы таҙартыу комплексы уҙғарыу мөһим. Кисен был процедураларға бармаҡ аша ғына ҡараһаң, иртәнгә бит тоноҡлана, бетсәләр сыға, ҡартайыу билдәләре күренә башлай.
Өсөнсө хата
Биткә туры килмәгән саралар ҡулланыу
Таҙартыу сараларын да крем кеүек үк бит тиреһе тибына ҡарап һайларға кәрәк. Нормаль типҡа теләһә ниндәй таҙартыу сараһы килешә. Ҡоро тирегә крем рәүешендәгеһе генә туры килә.
Дүртенсе хата
Ҡайнар йәки һалын һыу менән йыуыныу
Ҡайнар һыу тиренең мөгөҙ ҡатламындағы липидтарҙы йыуа, был иһә тирене ҡорота. Ә бик һалҡын һыу ҡан тамырҙары спазмына килтерергә мөмкин. Һөҙөмтәлә тиренең эстән туҡланыуы боҙола. Һалҡын менән ҡайнар һыуҙы сиратлаштырып йыуыу капилляр селтәрҙәр барлыккҡҡа килтерергә мөмкин. Шуға күрә косметологтар йылымыс һыу менән йыуынырға кәңәш итә.
Бишенсе хата
Битте таҫтымал менән һөртөү
Битте йыуғандан һуң, уны һөлгө менән ҡаты итеп һөртөү зыянлы. Тире тартылып, ваҡытынан алда һалынып төшәргә мөмкин. Тонусын һаҡлар өсөн биткә һөлгөнө тейҙереп-тейҙереп алыу шарт. Ҡалған һыу тамсылары тәбиғи рәүештә кибеп бөтһә яҡшыраҡ.