Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
20 Апрель 2021, 16:15

79 йәшлек уҡытыусы прививка яһатты

Өфөнән Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина ошо көндәрҙә коронавирустан прививка ҡаҙатты. Әйткәндәй, ул бығаса вирусты йоҡтормаған, организмында антиесемдәр юҡ, шуға күрә вакцина яһатырға хәл итә лә инде. Тәүге компонентты һалдырғас, ул һаулығында әллә ни үҙгәрештәр тоймаған.

Саҡ ҡына тән температурам күтәрелде, быны нормаль хәл тип ҡабул иттем һәм аяғөҫтө йөрөп үткәрҙем. Прививка яһатыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй, – ти ул.
Өфө ҡалаһындағы 50-се поликлиниканың участка табип-терапевы Светлана Яхина әйтеүенсә, әлеге ваҡытҡа биш мең тирәһе кеше вакцина һалдырған, быны эшләтергә теләгәндәр айырыуса өлкән йәштәгеләр араһында күп.
Республикаға ике төрлө – “Спутник V”-ға өҫтәп яңы «ЭпиВакКорона» – вакцина ҡайтарылыуын дауам итә. 200 меңдән ашыу кеше прививка яһатҡан да инде. Медицина күрһәтмәһе буйынса вакцинациялау ярамаған осраҡтарҙан башҡа кешеләрҙең яңы инфекциянан берҙән-бер һаҡланыу юлы ошо икәнен иҫтә тотайыҡ.
Фото bash.news
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас