Даирә
+20 °С
Облачно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Апреля 2021, 08:43

Беренсе яҙғы бөрөләрҙе йыя торған саҡ

Бөрөләрҙәге биологик актив матдәләр организм өсөн ифрат файҙалы

Тирәк бөрөһө.
Туберкулез, ревматизм, тоҙ ултырыу ауырыуҙары ваҡытында бер өлөш тирәк бөрөһөнә ун өлөш спирт һалып, өс аҙна төнәтегеҙ һәм көнөнә өс-дүрт тапҡыр 20-30 тамсы эсегеҙ. Һейҙек ҡыуығында таштар булғанда ауыртыуҙы баҫар өсөн үҫемлек майында ҡайнатылған бөрөләрҙе (бер өлөш бөрөгә ун өлөш май исәбенән) ҡулланырға мөмкин. Көнөнә өс мәртәбә ашаған ваҡытта берәр бал ҡашығы эсегеҙ. Әлеге май менән быуындар өсөн компресс та яһарға була.

Авитаминозға ҡаршы уҫаҡ бөрөһө
Тоҙ ултырыу ауырыуы ваҡытында һәм тирләтеү сараһы булараҡ, уҫаҡ бөрөһөнән түбәндәге төнәтмә ярҙам итә: бер бал ҡалағы бөрөгә бер стакан ҡайнар һыу ағыҙып, өҫтө ябыҡ эмаль һауытта «һыу мунсаһы»нда 15 минут тотоғоҙ, 45 минут төнәткәс, һөҙөп алып, көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан берәр аш ҡалағы эсегеҙ.
Авитаминоз ваҡытында бер аш ҡалағы уҫаҡ бөрөһөнә ярты литр ҡайнар һыу ағыҙығыҙ һәм 10-15 минут ҡайнатығыҙ. Һуңынан яҡшылап төрөп, өс сәғәт төнәтегеҙ. Бал ҡушып, көнөнә өс тапҡыр эсегеҙ.
Бронхиттан яфаланғанда ике бал ҡалағы ваҡлап туралған бөрөгә бер стакан ҡайнар һыу ағыҙып, 15 минут төнәтегеҙ. Һөҙөп алғас, уны көн дауамында эсегеҙ.
фото
Читайте нас