Даирә
+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
18 Апреля 2021, 12:55

Ҡый үләне генә тимәгеҙ...

Һары башлы бәпембәнең файҙалы икәнлеген беләһегеҙме?

Күптәр туғайҙарҙы ҡаплап үҫкән, йәиһә баҡсалағы сүп үләне тип иҫәпләнгән бәпембәнең сәләмәтлек өсөн файҙалы ҙур булыуын белмәй, уны өҙә, утай, ташлай. Ашыҡмайыраҡ тороғоҙ, бер атҡанда ике ҡуянды эләктерергә лә мөмкин. Бигерәк тә был баҡсасыларға ҡағыла, сөнки улар түтәлдәрҙе утағанда, бәпембәне йыш өҙөүсән. Беҙҙең кәңәштәргә лә ҡолаҡ һалһағыҙ ине.
Бәпембәлә булған витаминдар һәм антиоксиданттар яман шештән һәм ҡанда шәкәрҙең күбәйеүенән һаҡлай, ҡалҡан биҙенең, бауырҙың һәм йөрәк-ҡан тамыры системаһының яҡшы эшләүенә булышлыҡ итә. Ул эренләгән яраларҙы, бешкән һәм туңдырған урындарҙы, оҙаҡ ятыуҙан тән боҙолоуын дауалай, һыу-тоҙ алмашыуына шифалы тәьҫир итә. Был күркәм үҫемлек көс биреүгә эйә була, кәйефте күтәрә, шуға ла үтә арығанда, борсолғанда һәм хроник арығанлыҡ билдәләрендә тәҡдим ителә. Ул тән температураһын төшөрә, тир һәм үтте ҡыуа, тынысландыра һәм йоҡлай алмағанда ярҙам итә.
Бәпембә сәскәһе бешерелгән һыу эс ҡатҡанда, йоҡоһоҙлоҡтан һәм ҡан баҫымы күтәрелгәндә ярҙам итә. Үҫемлектең спиртлы төнәтмәһен ревматизмда ауыртҡан урындарға һөртәләр. Сылатҡыс һәм компресс килеш быуындар ауыртҡанда ҡулланалар, ә һөлдәне нығытырға һәм һөйәктәрҙең ялғанып үҫеп китеүен тиҙләтеү өсөн үҫемлектең һутын саф килеш йәки кишер һуты менән ҡушып ҡабул итергә кәңәш бирелә.
Аяҡ ауыртҡанда бәпембә төнәтмәһен эшләү өсөн ярты литрлыҡ ҡараңғылатылған шешәне бәпембә сәскәһе менән тултырабыҙ, 2-3 флакон одеколон бушатабыҙ һәм 2-3 аҙна төнәтәбеҙ. Аяҡтар ауыртҡанда табандан тубыҡҡа тиклем ышҡымайынса һөртәбеҙ. Одеколон урынына медицина спиртын файҙаланырға мөмкин.
Эс ҡатҡанда һәм күпкәндә, 1 аш ҡалағы бәпембә сәскәһенә бер стакан һыу һалып 15 минут талғын утта ҡайнатырға. Ярты сәғәт төнәтергә. Берәр ҡалаҡлап көнөнә 3-4 тапҡыр эсергә.
Аҙ ҡанлылыҡты дауалау өсөн 3 аш ҡалағы бәпембә сәскәһен һәм 3 аш ҡалағы кәкүк емешен (медуница) ҡушып бутарға. 2 аш ҡалағы кесерткән һәм 1 аш ҡалағы әрем өҫтәргә. 1 литр ҡайнар һыу һалырға. Көнөнә 6 тапҡыр 50-шәр мл төнәтмәне эсергә.
Бәпембәнең тамырын ҡаҙып алып ҡыҙҙырырға һәм ҡәһүә урынына эсергә була, ул организмды нығыта. Тамырҙарҙы һуң көҙ йәки яҙ ҡаҙып алығыҙ, йәй көнө бик файҙалы булмай.
Бәпембә һутын һаҡлау өсөн үҫемлекте тамыры, япраҡтары һәм сәскәләре менән ит үткәргес аша үткәрәләр һәм марля аша һығып сығаралар. Һаҡлау өсөн ярты литр һутҡа 100 г спирт йәки 400 г араҡы ҡушалар һәм стериль банкаларға бушаталар.
Шулай ҙа табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Фото: recepty.7dach.ru

Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/iy-l-ne-gen-tim-ge-766323/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас