Даирә
+20 °С
Облачно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
17 Апреля 2021, 06:16
Үксә типкеһенән нисек ҡотолорға?
Был сир ярайһы уҡ йыш таралған, айырыуса уның менән олораҡ йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар ыҙалай. Медицинала үксә типкеһенән ҡотолоу өсөн төрлө алымдар билдәле: маздәр, дарыуҙар, уколдар тәғәйенләнә. Шулай уҡ был насар күренештән арыныу өсөн халыҡ дауаһы ысулдары ла етерлек. Бына шуларҙың бер нисәүһенә күҙ һалайыҡ әле.
“Ныҡ ҡына яфаландым ул шпора тигән нәмә менән. Бер йомортҡаны алып, стаканға һалдым да өҫтөнә һелте эссенцияһы ҡойҙом. Йомортҡаны ҡабығы менән һалаһың. Бер аҙ торғас, тышы эреп бөтә. Ныҡ ҡына итеп болғап, әҙерәк май һалып, тағы бутайһың, аҡ ҡына масса килеп сыға. Аяҡтарҙы йыуып, шул массаны үксәгә һөртөп, шыптыр бәйләп, өҫтөнән йөн ойоҡбаш кейҙем дә, 10–15 минут тирәһе ултырҙым. Аяҡты яҡшы итеп йыуып, йоҡларға яттым.
Икенсе көндә аяҡта ниндәйҙер уңайһыҙлыҡ кисерҙем. Табаным шылып йөрөгән кеүек. Түҙмәнем – ҡараһам, үксәм һәлберәп тора. Ныҡ ҡурҡтым. Шулай ҙа үксәне түңәрәкләп кенә киҫеп алдым. Ҡып-ҡыҙыл яңы ғына тиреле үксә тора. Ул нығынғансы, балерина кеүек баҫып йөрөп, һаҡланырға тура килде.
Иң мөһиме – массаны аяҡҡа һөрткәндә, артыҡ оҙаҡ тотоп, яндырып ҡуймағыҙ”.
Х. Миңлеғәлиева.
“Мин үксә типкеһенән бына нисек ҡотолдом. Ниндәй эҫелеккә түҙә алам, шундай эҫе һыуҙа аяҡтарымды 20 минут самаһы тоттом. Унан ҡоротоп, ауыртҡан ергә йод һөрттөм. Йылы ойоҡ кейеп, унан полиэтилен урап, тағы бер ҡат йылы ойоҡ кейҙем. Төн үткәс, сисеп, аяҡҡа крем һөртәһең. Бына шулай 16 көн ҡабатланым, бер нимә лә ҡалманы. Әгәр кемгәлер ярҙам итһә, шатмын”.
Н
.
Алтынбаева
.
“Был мәшәҡәттән ҡотолоу өсөн ябай ғына рецепт тәҡдим итәм: бер балғалаҡ балға бер балғалаҡ йод һалып, яҡшы итеп болғарға. Ошо ҡатнашманы аяҡтың ауыртҡан өлөшөнә һеңдергәнесе ышҡып һөртөргә. Аяҡҡа кизе мамыҡ ойоҡ кейеп йоҡларға. Иртәнсәк аяҡты яҡшы итеп йыуырға. Миңә ике тапҡыр ҡуланыу ҙа етте”.
Ф. Ғәлина.
Был халыҡ дауаһы алымдары “Бәйләнештә” сайтындағы “Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” (
https://vk.com/club36676061
) төркөмөнән алынды. Ҡулланыуҙа сикләүҙәр булыуы ихтимал, табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ! Сәләмәт булығыҙ!
Фото: pyatochnaya.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/ks-tipke-en-n-nisek-otolor-a-764412/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!