Даирә
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
16 Апрель 2021, 15:01

“Ҡулдарыңа ҡарап та әйтә алам...”

Тәжрибәле табиптар ҡайһы саҡта кешенең йөҙ-ҡиәфәтенә күҙ һалып та, уның сәләмәтлегендәге проблемаларҙы күрә ала. Ҡулдарҙың торошо ла күп нәмә хаҡында һөйләүе мөмкин. Мәҫәлән, устың ҡыҙарып тороуы, “бауырыңды тикшерт”, тип беҙгә ишаралай. Һарғылт төҫкә инеүе лә бауырҙың һау булмауын күрһәтә.

Бармаҡ остарының ғына ҡыҙарыуы ашҡаҙан-эсәк эшмә­кәрлеген көйләргә кәрәклеген иҫкәртә.
Ҡул һыртында көрән төҫтәге таптарҙың күренеүе үт ҡыуы­ғында проблемалар булыуын һөйләй.
Ҡул суғындағы тиренең төләүе, ҡубырсыуы – организм­ға А һәм D витаминдары етешмәүе билдәһе.
Боҙ һымаҡ һалҡын ҡулдар периферия ҡан әйләнеше боҙо­лоуы тураһында хәбәр итә, организмға никотин кислотаһы етешмәүен иҫкәртә (никотин кислотаһының тәмәке тартыу һәм никотин менән уртаҡлығы юҡ), был мөһим кислота һөт аҙыҡтарында, ҡарабойҙай ярмаһында, иттә, балыҡта, бәшмәк һәм кәбеҫтәлә бар).
Бармаҡ остарының ғына ойоуы йөрәк-ҡан тамырҙары системаһында проблемалар булыуын иҫкәртә. Ғөмүмән, организмдағы һәр үҙгәрешкә иғтибарлы булырға кәрәк, улар юҡтан ғына барлыҡҡа килмәй, ти тәжрибәле табиптар.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/765214
Читайте нас