Даирә
+33 °С
Ясно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Апреля 2021, 10:28

Үләндәрҙә - хазина

Үләндәр менән дауаланырға теләгән, әммә төрлө сироптарҙы, төнәтмәләрҙе дөрөҫ итеп әҙерләй алырмынмы икән, тип шикләнеүселәргә был дарыуханала тәҡдим ителгән продукция менән танышырға кәңәш итәм. Улар барыһы ла Михаил Гордеевтың рецебы буйынса һәм уның шәхси заводында әҙерләнгән. Бындаүләндәр нигеҙендәге сироптар ҙа, маздар ҙа, бальзамдар ҙа бар. Магазин тураһында ентекләберәк сайтта уҡығыҙ:

Һаулыҡ – иң ҙур байлыҡ икәнен һәр кемебеҙ яҡшы аңлап тора. Һуңғы арала сәләмәтлеккә ҡарата иғтибарлыраҡ була башланыҡ. Халыҡ медицинаһына ла ҡыҙыҡ һыныу артты. Боронғоларҙың, ер йөҙөнөң бар шифаһы – тәбиғәттә, тигән һүҙҙәре ысынбарлыҡҡа әүерелде. Эйе, аяҡ аҫтыбыҙҙағы хазинаның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ләкин дарыу үләндәрен ҡулланғанда һаҡлыҡ та кәрәк, сөнки саҡ ҡына хаталанһаң, ҡабул иткән бар сараларҙың кире эҙемтәһе булыуы бар.
Шуға һәр нимәне ентекле өйрәнеп, үләндәрҙе йыйғанда ла, әҙерләгәндә лә сама белеү мөһим.
Мейе һәм барлыҡ эске ағзаларҙың эшмәкәрлеген үләндәр һәм тәбиғи ысулдар менән тергеҙеүҙең уникаль методикаһын булдырыусы ғалим, фитотерапевт,
Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Рес пуб ликаһының халыҡ табибы Михаил Гордеевтың был турала етерлек әҙәбиәте бар.
Район үҙәгенең “Көнкүреш йорто”нда асылған “Тәбиғи дарыухана” магазинында ла нәҡ Михаил Гордеев рецептары буйынса етеш терелгән дауаланыу сараларын та бырға мөмкин. Үләндәр менән дауаланырға теләгән, әммә төрлө сироптарҙы, төнәтмәләрҙе дөрөҫ итеп әҙерләй алыр мынмы икән, тип шикләнеүселәргә был дарыуханала тәҡдим ителгән продукция менән танышырға кәңәш итәм. Улар барыһы ла Михаил
Гордеевтың рецебы буйынса һәм уның шәхси заводында әҙерләнгән. Бында
үләндәр нигеҙендәге сироптар ҙа, маздар ҙа, бальзамдар ҙа бар. Буяуһыҙ таблеткаларҙы, тәбиғи кеҫәл дәрҙе, пробиотиклы “тере” бутҡаларҙы ла халыҡ яратып
ала икән. Сығышлы, тәмле сәйҙәрҙе үҙеңә күпме кәрәк, шунса үлсәп алырға мөмкин. Бынан тыш, “Алтай сәйе”н, көрпәләрҙе лә бик маҡтайҙар. Улар барыһы ла
сертификация үткән, шуға сифаттары шик тыуҙырмай. Халыҡ бит хәҙер тәбиғи нигеҙҙә эшләнгән про дукция яҡлы, шуға күрә магазиндан кеше өҙөлмәй. Һатыусы
Гөлсәсәк Иш ту ғанова һәр кемде асыҡ йөҙ менән ҡаршылап, тәҡдим ителгән тауарҙар тураһында ен текле итеп һөйләй, кәңәштәрен бирә.
- Бик һәйбәт магазин. Үлән сәйҙәрен, башҡа продукцияны яратып алам, - ти Ҡырмыҫҡалы ауылынан Лилиә Сабитова.
Һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ, ҡәҙерләгеҙ,
бай ассортиментлы дарыуханаға рәхим
итегеҙ!
Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА.
Роза ТАЖЕТДИНОВА фотоһы.
Реклама хоҡуғында.
БЕЛГЕС МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕҮ МОТЛАҠ, КИРЕ ЭҘЕМТӘЛӘРЕ БУЛЫУЫ МӨМКИН
Читайте нас