Мәҫәлән, Америка йөҙөүсеһе, олимпия чемпионы Майкл Фелпс тәнендәге йомро таптар менән халыҡты аптыратҡайны. Баҡтиһәң, ул хиджаманы күнекмәләрҙән һуң хәлен яҡшыртыу өсөн эшләткән икән. Уны хатта допинг ҡулланыуҙа ғәйепләргә маташҡайнылар.
Ҡайһы бер Америка йондоҙҙарында ла асыҡ күлдәктәр аша ҡан сығартыу эҙҙәре күренә. Мосолмандар араһында иһә хиджама айырым урында тора. Ышаныслы сығанаҡтарҙан алынған хәҙистәрҙең береһендә әйтелеүенсә, Мөхәммәт пәйғәмбәр (с.ғ.с.) Миғраж кисендә күккә ашҡан сағында һәр урында күпләп йыйылған фәрештәләрҙең: “Эй, Мөхәммәт, үҙеңә һәм өммәтеңә ҡан сығартырға ҡуш”, - тип әйтмәгәне ҡалмаған. Иғтибар итегеҙ: улар кәңәш итмәй, ә бойора.
Шулай булғас, хиджаманың бик кәрәкле ғәмәл булыуына шик ҡалмай. Икенсе хәҙискә ярашлы, пәйғәмбәребеҙҙе (с.ғ.с.) йәһүд ҡатыны ағыулы һарыҡ ите менән һыйлай. Бынан һуң әйғәмбәргә (с.ғ.с.) хиджама эшләйҙәр һәм ул иҫән ҡала. Шулай уҡ уның аттан йығылып төшкәс был процедураны ботоноң ауыртҡан еренә эшләүе лә билдәле.
Ул ваҡытта, әлбиттә, әлеге кеүек уңайлы банкалар булмай, мөгөҙ ҡулланыла. Шулай уҡ тағы бер хәҙистә пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) һүҙҙәрен еткерәләр: “Бал ашау, банкалар ҡулланыу һәм көйҙөрөп дауалау шифа бирер, әммә мин өммәтемә көйҙөрөү ысулын (прижигание) тыям”.
Бер нисә йыл элек Дамаск медицина университетында хиджама менән дауаланыуҙы ғилми яҡтан тикшергәндәр. 15 кешенән торған комиссия ағзалары хайран ҡалған. Пациенттарҙа ҡан баҫымының һәм пульстың нормаға килеүе, ҡандағы шәкәр кимәленең төшөүе, эритроциттарҙың һаны артыуы күҙәтелгән. Холестериндары юғары кешеләрҙең холестерины кәмегән, был хиджа маның организмдан шлактарҙы сығарыуға булышлыҡ итеүе тураһында һөйләй, ти ғалимдар.
Тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәләрен баҫтырып сығарғандан һуң бөтә донъя ғалимдары был традицион булмаған ысулды төрлө яҡлап өйрәнә башлаған. Һөҙөмтәләр яҡшы булыуына аптырарға кәрәкмәй, сөнки Ислам динендә бар ғәмәлдәр ҙә кеше өсөн
файҙа килтереүгә генә йүнәлтелгән. Ҡан сығартыу, әлбиттә, һауығыуҙың бик шәп ысулы. Әммә был традицион медицинаны инҡар итергә кәрәк, тигәнде аңлатмай. Комплекслы дауаланғанда һөҙөмтәләр ҙә яҡшыраҡ булалыр.
Хиджаманы ас килеш, йәки ашағандан һуң 2-3 сәғәттән һуң эшләтеү һөҙөмтәлерәк. Әйткәндәй, ул ураҙаны боҙмай. Тик был осраҡта, әлбиттә, кешенең хәленә ҡарап ҡына эш итергә кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр күп ҡан юғалтыуҙан ҡурҡа. Капиллярҙарҙы ғына “йәрәхәтләгән” осраҡта артығы сыҡмай.
Процедураның тамамланыуын ҡан сығыуҙың туҡтауынан һәм уның урынына ысыҡ тамсылары кеүек “һыу” барлыҡҡа килеүенән белеп була. Ҡан сығартыуҙан һуң һаҡланыу сараларын да күреү мөһим. Был көндә ауыр эш эшләмәҫкә, борсолмаҫҡа, ярһымаҫҡа, банка ҡуйылған урындарға һыуыҡ тейҙер мәҫкә, ауыр, майлы аштарҙан, айырыуса ит, һөт ризыҡтарынан баш тартып торорға, бер-ике көн мунса инмәҫкә кәрәк.
Процедуранан һуң әүҙемлек, йәки, киреһенсә, хәлһеҙлек күҙәтелеүе, тән температураһы күтәрелеүе, уыртыуҙың көсәйеүе мөмкин, әммә был һирәк осрай торған күренештәр.
Минең, мәҫәлән, күпме яфалаған билем шундуҡ “шымып ҡалғас”, шатлығымдың сиге булманы. Һәр кемдең организмы үҙенә бер төрлө, шуға хиджаманан һуң төрлө кеше үҙен төрлөсә тотоуы мөмкин. Һәм, иң мөһиме: дауаланыусы һауығыуҙың ысынында тик Аллаһы Тәғә ләнән икәнен күҙ уңынан ысҡындырырға тейеш түгел, хиджама тик сәбәп кенә, бар күңеле менән Раббынан сиренән арыныуҙы ялбарһа, шифаһы булыр, ин шәә Аллаһ!
Илнара ХӘКИМОВА.
Автор фотоһы.