Даирә
+17 °С
Облачно
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
8 Апреля 2021, 06:49

Был 7 билдә һинең шәкәрҙе кәрәгенән күберәк ҡулланыуың тураһында һөйләй

Шәкәрҙе – аҡ үлем тигәнде барыбыҙ ҙа ишеткән бар инде. Ул, ысынлап та, иң зыянлы әйберҙәрҙең береһе булып һанала. Ҡанда шәкәр күләме күпкә күтәрелеп китә икән, ул диабет та китереп сығарырға мөмкин, сәләмәтлек менән бәйле башҡа етди проблемалар ҙа тыуҙыра. Әйтәйек, йөрәк-ҡан юлдары ауырыуҙары, бөйөрҙәр эшмәкәрлегендә тайпылыштар. Һәм хатта инсульт та. Түбәндәге 7 билдә һинең шәкәрҙе артыҡ күп ҡулланыуың тураһында һөйләй:

  1. Һәр ваҡыт асығыу тойғоһо булыуы
    Составында шәкәр күп булған аҙык-түлекте артыҡ йыш ҡулланаһың икән, ҡанда глюкоза күләме лә күпкә арта. Һөҙөмтәлә, ул күҙәнәктәргә үтеп инә алмай башлай. Шуның арҡаһында организм үҙенә кәрәк булған энергияны ала алмай һәм гел ашап тороуҙы талап итә. Был иһә диабетҡа ғына түгел, һимереүгә лә килтерергә бик мөмкин.

  2. Һәр ваҡыт хәлһеҙлек һиҙеү
    Бында ла гел ашағыһы килеүгә оҡшаған шундай уҡ ситуация. Ҡанда шәкәр артҡас, организм глюкозаны дөрөҫ итеп һаҡлау һәм эшкәртеү һәләтен юғалта. Һөҙөмтәлә, һин үҙеңде гел ас итеп кенә хис итеп ҡалмайһың, уға хәлһеҙлек тә өҫтәлә.
  3. Кесе йомоштоң йышайыуы
    Ҡанда шәкәр күләме артып китә икән, бөйөрҙәр һыйыҡлыҡты тейешле дәрәҗәлә эшкәртә алмай башлайҙар. Шуның арҡаһында организм ҡанды күҙәнәк тирәһендәге һыйыҡлыҡ менән иретә, ә был, үҙ сиратында, йыш ҡыҫталыуға килтерә.

  4. Йоғошло сирҙәр килеп сығыу
    Ҡанда шәкәр күп булыу бактерийҙарға үрсергә бына тигән ерлек тыуҙыра. Шуның арҡаһында ҡатын-ҡыҙҙарҙа ла, ирҙәрҙә лә һейҙек юлдарында төрлө инфекциялар барлыҡҡа килергә мөмкин. Әммә шәкәр артҡанлыҡтан һейҙек юлдарында инфекциялар барлыҡҡа килеү осрағы ҡатын-ҡыҙҙарҙа йышыраҡ күҙәтелә.

  5. Ауыҙ кибеү
    Гел эсәһе килә һәм ауыҙ кибә икән – тимәк, шәкәрҙе күп ҡулланаһығыҙ. Былар – уның иң теүәл билдәләре. Шәкәр күп ҡулланыу, ғәҙәттә, организмды һыуһыҙландыра.
    Һыу балансын нормаға килтерергә кәрәк, әммә бының өсөн составында шәкәр булмаған һыйыҡлыҡтар һайлағыҙ. Иң әйбәте – газһыз һыу эсеү.
    6. Тәндең ҡоролоғо
    Тәнегеҙ артыҡ ҡоро һәм ҡысыта икән – был шулай ук шәкәрҙе күп ҡулланыуығыҙ тураһында һөйләй. Шуға күрә был билдәләрҙе үҙегеҙҙә күҙәтәһегеҙ икән, иң яҡшыһы – анализдар биреп ҡарау.

  6. Иғтибарҙы туплай алмау
    Организмда шәкәр күп булғанда глюкоза күҙәнәктәргә үтеп керә алмай тип алдарак әйттек инде. Бындай күренеш күҙәтелгәндә, глюкоза баш мейеһе күҙәнәктәренә лә ауыр керә. Шуға, кеше әкрен уйлай, тиҙ генә ҡарарҙар ҡабул итә алмай башлай.
  7. Читайте нас