Даирә
+28 °С
Болотло
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
3 Апрель 2021, 16:04

“Ҡулдарыңа ҡарап та әйтә алам...”

Организмдағы һәр үҙгәрешкә иғтибарлы булырға кәрәк, улар юҡтан ғына барлыҡҡа килмәй, ти тәжрибәле табиптар.

Тәжрибәле табиптар ҡайһы саҡта кешенең йөҙ-ҡиәфәтенә күҙ һалып та, уның сәләмәтлегендәге проблемаларҙы күрә ала. Ҡулдарҙың торошо ла күп нәмә хаҡында һөйләүе мөмкин. Мәҫәлән, устың ҡыҙарып тороуы “бауырыңды тикшерт”, тип беҙгә ишаралай. Һарғылт төҫкә инеүе лә бауырҙың һау булмауын күрһәтә.
Бармаҡ остарының ғына ҡыҙарыуы ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләргә кәрәклеген иҫкәртә.
Ҡул һыртында көрән төҫтәге таптарҙың күренеүе үт ҡыуығында проблемалар булыуын һөйләй.
Ҡул суғындағы тиренең төләүе, ҡубырсыуы - организмға А һәм D витаминдары етешмәүе билдәһе.
Боҙ һымаҡ һалҡын ҡулдар периферия ҡан әйләнеше боҙолоуы тураһында хәбәр итә, организмға никотин кислотаһы етешмәүен иҫкәртә (никотин кислотаһының тәмәке тартыу һәм никотин менән уртаҡлығы юҡ), был мөһим кислота һөт аҙыҡтарында, ҡарабойҙай ярмаһында, иттә,балыҡта, бәшмәк һәм кәбеҫтәлә бар.
Бармаҡ остарының ғына ойоуы йөрәк-ҡан тамырҙары системаһында проблемалар булыуын иҫкәртә.Ғөмүмән, организмдағы һәр үҙгәрешкә иғтибарлы булырға кәрәк, улар юҡтан ғына барлыҡҡа килмәй, ти тәжрибәле табиптар.
Фото:nevrolog-med.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/uldari-a-arap-ta-yt-alam-746567/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас